Бәләкәй генә яңылышлыҡтың да тормошто селпәрәмә килтереүе ихтимал. 2 февралдә Ҡырмыҫҡалы районында булған фажиғә ошоно тағы бер ҡат иҫбатлай.
…Шәмбе көндө Архангел ауылында туй үткәрергә ниәтләгәндәр. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, туғандары, дуҫтары йәштәрҙең шатлығын уртаҡлашырға йыйынған. Бер төркөм ҡунаҡ Өфөнән, “ГАЗель” автобусын яллап, юлға сыҡҡан. Артабанғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Ҡарлыман ауылы эргәһендә тимер юл аша һалынған күперҙә водитель – 1986 йылғы егет рулде тота алмаған һәм “ҡорос ат” 10 метр бейеклектән рельс өҫтөнә ҡолап төшкән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, автомобилдең тиҙлеге тейешленән юғарыраҡ булған.
Бәхеткә күрә, юл-транспорт ваҡиғаһында бер кемдең дә ғүмере өҙөлмәгән. Быйыл ҡарҙың күплеге, күпер аҫтында ярайһы уҡ ҡалын көрт хасил булыуы ла, бәлки, булышлыҡ иткәндер. Әммә йәрәхәтләнгәндәргә оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк: ете пассажирҙың дүртәүһе, шул иҫәптән водитель, ауыр хәлдә. Улар Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республикала “2013 – 2015 йылдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” маҡсатлы программаһы раҫланды, уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Юлдарҙағы үлем осраҡтарын кәметеү, ошо йәһәттән төрлө саралар күреү (мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгәндәргә заманса тиҙ ярҙам күрһәтеү) маҡсатындағы документты тормошҡа ашырыу өсөн 1,1 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ, шул иҫәптән 752,5 миллион һум – төбәк ҡаҙнаһынан.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын республикала ете меңдән ашыу кеше һәләк була һәм йәрәхәтләнә. Һуңғы ете йылда республика юлдарында 4989 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 16 йәшкә тиклемге 167 бала һәләк булған, 3835 сабый төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Тәслимә КАЗАНЦЕВА, фажиғәнең шаһиты, ҡотҡарыусыларға иң тәүҙә шылтыратҡан кеше:– Атайым һәм ирем менән Инйәрҙән Өфөгә эш буйынса китеп бара инек. Тиҙлек әллә ни юғары түгел, алда барған “Лада” автомобиле лә ҡабаланмай… Күпергә еткәндә ҡаршы һыҙатта “ГАЗель” автобусы күренде. Артабанғы ваҡиғалар кинолағы кеүек тиҙ генә булды: ҡапыл “ГАЗель” уңға боролдо, юл ситендәге махсус ҡоймаға һуғылып, беҙҙең алға сыҡты һәм артабан, кире үҙ һыҙатына төшөп, күпер аша осто… Юлда хәрәкәт туҡтаны, ирем менән атайым, башҡа кешеләр ҙә күпер аҫтына йүгерҙе, мин ашығып ҡотҡарыусыларҙың номерын йыя башланым. Микроавтобус бер яҡ ҡабырғаһына ауғайны, пассажирҙар, автомобилдең ултырғыстары өҙөлгәс, өҫтө-өҫтөнә өйөлгәйне… Бер ағай тәҙрәнән сығып осҡан – рельста ята ине. Фажиғәнең шаһиттары йәрәхәтләнгәндәргә ихлас ярҙам күрһәтте. Арала бер шәфҡәт туташы ла бар ине. Ҡотҡарыусылар 20 – 30 минут самаһы үткәс кенә килде. Был ваҡыт арауығы беҙгә мәңгелек кеүек тойолдо.
Светлана ЯҠУПОВА, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары:– Беҙҙең район биләмәһендә булған юл-транспорт ваҡиғаһында бәләгә тарығандарҙың барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелде һәм күрһәтелә. Артабан өс кеше амбулатор шарттарҙа, үҙ өйөндә дауаланасаҡ. Ҡалған дүрт пассажир – ике ир һәм ике ҡатын – беҙҙең учреждениела. Уларҙың хәле әлегә ауыр, бигерәк тә бер ҡатынға махсус ярҙам кәрәк. Бының өсөн баш ҡаланан белгес саҡырттыҡ, операция яһау мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә ауырыуҙарҙы башҡа дауаханаға, мәҫәлән, Өфөгә күсереү хаҡында һүҙ юҡ – бының һаулыҡтарына өҫтәмә зыян килтереүе ихтимал. Беҙҙең белгестәр хәленән килгәндең барыһын да эшләргә әҙер, мөмкинлектәр бар.