Һунарсыларҙың выжданы самалы14.12.2011
Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунарсылыҡты күҙәтеү идаралығы инспекторҙары йыл башынан республикала 3600-ҙән ашыу рейд үткәргән һәм һунар ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшергән. Һөҙөмтәлә ҡануниәтте боҙоуҙың 260 осрағы теркәлгән.
72 факт буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған.
Белгестәргә билдәле булыуынса, 38 ҡабан, 37 мышы, алты ҡоралайҙың йәне ҡыйылған. Шулай уҡ ҡондоҙ, бурһыҡ, ҡуян, һыу ҡоштары, шул иҫәптән аҡҡоштар ҙа браконьерҙарҙың ҡорбаны булған. Йәнлектәр донъяһына килтерелгән зыяндың хаҡы – 800 мең һум. Әлеге ваҡытта браконьерҙар дәүләткә 430 мең һумды ҡайтарған да инде.