Эш ҡурсаҡтарҙан ғына башланғайны...05.02.2013
Эш ҡурсаҡтарҙан ғына башланғайны...— Биш-алты йәшлек сағымда уҡ үҙемде төштә аҡ халатлы табип итеп күрә инем. Имеш, үҫеп, буй еткергәнмен дә кешеләрҙе дауалайым икән. Бала саҡта ла шундай төш керер икән, — тип йылмая Алһыу.
Хатта балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе лә ҡыҙҙың әсәһенә: "Моғайын, Алһыу врач булыр. Ҡурсағын көнө буйы "һауыҡтыра", энә ҡаҙай, тәрбиәләй", — тип шаяртып һөйләр булған. Ана шулай бөтә күңеле, дәрте менән "аҡ халатлы апай" булырға хыялланып йөрөгән Алһыу, һыуыҡ тейҙереп, сирләп китә. Ауыл фельдшерының энә ҡаҙап, дарыуҙар менән дауалауы уның хәтерендә мәңгегә уйылып ҡала.
Мәктәпте тамамлағас, тырыш ҡыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ата-әсәһе һис икеләнеүһеҙ ризалаша. Әхмәтйәновтарҙың уҡытыусылар нәҫелендә табип та булһа, насармы ни? Олатаһы, ата-әсәһе, атаһының апайҙары, әсәһенең һеңлеһе лә ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған. Хеҙмәт стаждарын ҡушһаң, 230 йылға тула.
Солтанай ауылы ҡыҙы фән нигеҙҙәрен отҡор үҙләштерә. Профессор, доценттарҙың һөйләгәнен иғтибар менән тыңлап, фекерҙәрен дәфтәренә теркәп бара. Тырышлығы бушҡа китмәй, ул үҙен борсоған байтаҡ һорауға яуап таба. Ошо минуттарҙа Алһыу һайлаған һөнәренең айырыуса мөһимлегенә тағы бер ҡат инана. Табип ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә, уҡырға, тырышырға, өйрәнергә тейеш, тип иҫәпләй ул.
Ысын мәғәнәһендә студенттар төркөмөнөң йәне була Алһыу Әхмәтйәнова. Уны староста итеп һайлайҙар. Спорт менән әүҙем шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.
Мөхәббәтен дә уҡыу йылдарында осрата ҡыҙ. Ҡариҙел яҡтарынан килгән Радик исемле егет менән яҙмыштарын бәйләйҙәр.
Медицина университетын тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайтып, 2011 йылдың сентябрендә Асҡын үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай йәш белгес. "Ауыл табибы" федераль программаһы буйынса төбәккә йәнә ике педиатрҙың ҡайтыуы һөйөнөслө. Виолетта Негара менән Светлана Махатоваға ла ҙур ышаныс күрһәтелгән, улар медицинаға ғүмерен бағышлаған әсәләренең изге эшен дауам итә.
Балалар табибы булыу еңелдән түгел. Был вазифаны еренә еткереп башҡарыу өсөн кешеләрҙе яратыу, кеселеклелек, киң күңеллелек, сабырлыҡ, эшһөйәрлек талап ителә. Алһыу Әғләмова, Виолетта Негара һәм Светлана Махатова тап ошо күркәм сифаттарға эйә.
Алһыу Реваль ҡыҙының тормош иптәше Радик Әғләмов әле Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог вазифаһын башҡара. Асҡын тарафтарына ҡайтып, хеҙмәт юлын шунда дауам итергә бик теләй, тик әлегә үҙәк район дауаханаһында уның һөнәренә мохтажлыҡ юҡ. Өмөтһөҙ — шайтан, тигәндәй, тора-бара Радик Рәфил улына ла эш урыны табылмай ҡалмаҫ.
Табипҡа донъялағы иң ҙур байлыҡ — кеше ғүмере, сәләмәтлеге — ышанып ташырылған. Кем белә, бәлки, киләсәктә Алһыу менән Радик Әғләмовтарҙың изге эшен ҡыҙҙарына дауам итергә тура килер. Ике йәшен тултырып килгән Аделияның ҡурсаҡтарын ихлас "дауалауы" шуға ишаралай.


Вернуться назад