Ҡыҫҡаса05.02.2013
Нидерландтар батшабикәһе Беатрикс 45 йәшлек улы Оран-Нассау Виллем-Александрҙы урынына ҡалдырыу ниәтенән тәхеттән баш тартыуын белдергән.

Мәскәүҙә маршрут таксиҙарын бөтөрөргә уйлайҙар. Бындай транспорт төрө пассажирҙарға билет һатмай, һалымды ла һәр икенсе кеше өсөн генә түләй. Һөҙөмтәлә йыл һайын 30 миллиард һум аҡса "күләгәләге әйләнеш"тә ҡала, ти белгестәр.

2013 йылдың 1 мартынан торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамлана.

Вологда төрмәһенән вертолет менән ҡасҡан Алексей Шестаковты 24 йылға хөкөм иткәндәр.

Былтыр Рәсәйҙә 2,935 миллион яңы автомобиль һатылған. Был элгәрге йылдағынан 11 процентҡа күберәк.

2013 йылдың яртыһында Рәсәй юлдарында яңы махсус билдә барлыҡҡа киләсәк. Ул водителдәрҙе тиҙлекте билдәләүсе радарҙар һәм камералар хаҡында иҫкәртә.

Владимир Путин Дағстан башлығы Магомедсалам Магомедовты ваҡытынан алда отставкаға ебәреү хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер республикаға ваҡытлыса Рамазан Абдулатипов идара итә. Республиканың элекке президенты Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары буласаҡ.

Иран маймылды ракетаға ултыртып Йыһанға осорғайны. Ул 120 километр алыҫлыҡҡа уңышлы осоштан һуң Ергә әйләнеп ҡайтты.

Силәбе ҡыҙы Ольга Фәтҡуллина Солт-Лейк-Сити (АҠШ) ҡалаһында үткән донъя чемпионатында конькиҙа 1000 метр алыҫлыҡҡа уҙышыу буйынса рекорд ҡуйҙы. Ул 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Олимпиадала ҡатнашыуға дәғүә итә.

2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй гражданының шәхесен раҫлаусы документ булараҡ пластик карта файҙаланыласаҡ. Шулай ҙа эске паспорт 2025 йылға ҡәҙәр юридик көсөн юғалтмай. Шәхестең биометрик мәғлүмәттәре индерелгән карта 14 йәше тулған кешегә биреләсәк.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы белем тураһындағы аттестаттарҙы үҙгәртә. 2013 йылдың 1 сентябренән туғыҙ класты тамамлаусыларға — миләүшә, ә урта белем алғандарға зәңгәрһыу-күк төҫтәге документ тапшырыласаҡ. Аттестаттарҙың ҙурлығы ла үҙгәрә.

Псков өлкәһендә бер ҡатын фатирлы булыу ниәтенән "әсәлек капиталы"н юллай, әммә иҫке генә йортто һатып ала ла унда күсергә йыйынмай, һаман да кеше фатирында йәшәй бирә. Ҡалған аҡсаһын ашауға, йорт йыһаздарына тотона. Ҡатын мутлашыуҙа ғәйепләнә. Уға биш мең һум күләмендә штраф һалына, ҡалған 165,5 мең һумды Пенсия фондына кире ҡайтарыу талап ителә.

Тотош Рәсәйҙәге кеүек, 23 ғинуарҙан 23 февралгә ҡәҙәр Мәләүездә лә өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы А. Покрышкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бәйле илде һаҡлау айлығы үткәрелә. Ошо уңайҙан Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы кисә булды, фойела күргәҙмәләре ойошторолдо.


Вернуться назад