Ситән буйындағы һуҡмаҡтан — фәндең оло юлына05.02.2013
Ситән буйындағы һуҡмаҡтан — фәндең оло юлынаҠадир ишле ғаиләлә һигеҙенсе сабый булып донъяға килә. Үҙҙәренең ярлылығын наҙанлыҡта күрепме, ата-әсәһе кинйә улдарын булһа ла уҡымышлы итеү тураһында хыяллана. Бәлки, дин әһеле булһын, тигәндәрҙер инде — бәләкәйҙән ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәтәләр.

Малай уҡыуға ғына түгел, эшкә лә уңған булып үҫә: ауыл малын көтә, хәллерәктәргә ялланып, сәй-шәкәрлек аҡса эшләй. Ун дүрт йәшендә заманына күрә тирә-яҡта дан тотҡан Арғаяш мәктәбен тамамлай. Ошо уҡ 1930 йылда Ҡазан университетының биология факультетына уҡырға йүнәлә. Был да заманына күрә бик ҡыйыу, тәүәккәл аҙым.
Биш йыл уҡығандан һуң, Ҡадир Рәхим улы “Башнефтекомбинат”тың ғилми-тикшеренеү лабораторияһында геолог булып эш башлай. Ике йыл да үтмәй, һәләтле егетте геология үҙәк фәнни-тикшеренеү кабинетының начальнигы итеп ҡуялар. Шул йылдарҙа уҡ ул фән менән шөғөлләнә.

1941 — 1943 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында була. Тәүҙә Монголияла артиллерия взводы командиры итеп тәғәйенләнә, һуңыраҡ Ашхабад ҡалаһына ике йыллыҡ хәрби-юридик академияға күсерелә. 1943 йылда инде 1-се Белоруссия фронтына оҙатыла. Белоруссияны, Балтик буйын, Польшаны, Көнсығыш Германияны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Һуғышты Эльбала, союздаштар менән осрашып тамамлай. Батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән баһалана.
Тағы бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Ҡадир Тимерғазин Башҡортостанға ҡайта, “Башнефть” берекмәһенең ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры булып эшләй. Ошо ваҡытта Өфө нефть эшкәртеү заводының үҙәк лабораторияһы нигеҙендә Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институты төҙөлә. Шунда Ҡадир Рәхим улы өс йыл геология һәм геохимия лабораторияһына етәкселек итә.
Әлбиттә, шәхестең барлыҡ тормош юлын ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәт биргән мәҡәләгә һыйҙырып та, бәйән итеп бөтөп тә булмай, шулай ҙа мөһим ваҡиғаларға бер аҙ туҡталайыҡ.
1949 йылда — кандидатлыҡ, 1958 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.
1951 — 1953 йылдарҙа — Тау-геология институтында директор (СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы).
1959 — 1963 йылдарҙа — БАССР Юғары Советы депутаты һәм рәйесе.
1963 йылда РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо уҡ йылдың 4 апрелендә, 50 генә йәшендә, һуғышта алған яралары уны фани донъянан мәңгелеккә алып китә.
Пермь губернаһы Шадрин өйәҙенең Сабаҡтыкүл ауылында тыуған (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) ярлы малайы, үҫкәс, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә тырышлығы арҡаһында иҫ китмәле уңыштарға өлгәшә. Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин — геология-минералогия фәндәре буйынса башҡорттарҙан тәүге фән докторы һәм профессор. Яҡташтары, Башҡортостан Хөкүмәте данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарған: Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Ҡоншаҡ районы үҙәге Әмин ауылында бюсы тора. Бөгөн дә хеҙмәттәштәре, нефть, геология өлкәһендә эшләүселәр ғалимдың хеҙмәттәрен юғары баһалай, үҙен хөрмәт менән иҫкә ала.


Вернуться назад