Сир – аяуһыҙ14.12.2011
Башҡортостандың Балалар фонды, Рәсәй Балалар фондының "Балалар туберкулезы" программаһына ярашлы, “Шафран” шифахана мәктәп-интернатына гуманитар ярҙам күрһәткән – компьютер, нәфис әҙәбиәт, спорт кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар һәм башҡа әйберҙәр бүләк иткән.
Бында республиканың төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын үҫмер белем ала. Фонд башланғысы буйынса бер төркөм тәрбиәләнеүселәр Өфөлә үтәсәк Яңы йыл тантанаһында ла буласаҡ.
Фонд "Балалар туберкулезы" программаһында 2009 йылдан бирле ҡатнаша. Ойошманың эше хәйриә акцияһына ғына ҡайтып ҡалмай, проблеманы һәр яҡлап өйрәнеп хәл итеү юлдарын да эҙләйҙәр.
Әлеге көндә республикала ошо сир буйынса 17 йәшкә тиклемге 13936 бала диспансер иҫәптә тора. Уларҙың һаулығын нығытыу өсөн төбәктә яҡшы матди-техник база булдырылған.