Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай, күрәһең...05.02.2013
Беҙҙең район матур тәбиғәтле, урманға бай, баҫыуҙары ҡара тупраҡлы, игенселек өсөн бөтә шарттар бар. Архангел урман хужалығы заманында уңышлы эшләне: район үҙәгендә паркет, йорт йыһазы етештерелде, һәр участкала таҡта ярыу цехтары бар ине. Хәҙер шул байлыҡтың остоғо ла юҡ, хужалар үҙ белдеге менән ярыша-ярыша һатып бөттө. Эшселәр генә ауыҙ асып тороп ҡалды.

Ауыл хужалығының игенселек тармағына байҡау яһайыҡ. Ауыр һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға һыйыр, үгеҙ егеп, ер һөрҙө, иген үҫтерҙе. Барыһы ла фронт өсөн, Еңеү хаҡына эшләнде. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә районда малсылыҡ алға китте, һыйыр, һарыҡ, сусҡа үрсетелде. Заманында Максим Горький исемендәге колхоз "миллионер" хужалыҡ булды. Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә өс тапҡыр ҡатнашты ул. Район баҫыуҙарында бойҙай, арыш, шәкәр сөгөлдөрө күпләп үҫтерелде. Һәр ауылда фермалар төҙөлдө, мал-тыуар үрсене.
"Инйәр" совхозы барлыҡҡа килгәс, уңыштар тағы ла артты. Эшсәндәр аҡса ала башланы. Совхоздың биләмәһе ҙур булғанлыҡтан, өлөштәргә бүлеп, өс хужалыҡ яһанылар: "Баҡалды", "Липовка", "Инйәр". Эшселәргә торлаҡ төҙөлдө, һәр ауылда таҡта бысыу өсөн пилорама, тимерлек, оҫтахана булдырылды.
Бөгөн хужалыҡтарҙың бер фермаһы ла ҡалманы, һатып, таратып бөтөрҙөләр. Әйтерһең дә, Архангел районы буйлап ҡойон үткән! Бөтә булған байлыҡты "ер йотҡан". Эште еңеләйтеү өсөн заманында механизациялау, электрлаштырыу, мелиорация үткәрелде, химик ашлама ҡулланылды, ауыл хужалығы өсөн тейешле белгестәр әҙерләнде. Ҡайҙа хәҙер бының емештәре?
Шәхси хужалыҡтарҙа ла мал аҫрамай башланылар хәҙер. Ҡара тупраҡлы баҫыуҙар һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә. Буш ятҡан яланды сабып алһаң, һалым түләргә кәрәк. Сәсеүлектәрҙе ҡыуаҡлыҡ баҫа. Әгәр ҙә биләмәләр мал аҫраусыларға бирелһә, яландар, сабынлыҡтар һаҡланыр ине.
Ауыл хужалығы бөгөн меҫкен хәлдә. Ер буш ятҡас, уны күпләп һата башланылар, сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙы. Малсылыҡ өлкәһендә лә уңыштар юҡ, үрсем кәмей. Сәбәбе ниҙә? Һуңғы дүрт йылда район хакимиәтендә өс башлыҡ алышынды. "Йомшаҡ" урын өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш, талаш бара. Түрәләрҙе район яҙмышы һис ҡыҙыҡһындырмай. Халыҡты буш вәғәҙәләр менән әүрәтеп, үҙҙәренә ҙурыраҡ өлөштө эләктерергә тырышалар. Элекке райком, райсовет, ҡунаҡхана биналары чиновниктар менән тулған, шул тиклем күмәк етәксе ниңә эште тейешенсә ойоштора алмай икән?
Район хакимиәте аппараты ҡыҫҡартылмаһа ла, милли мәктәптәрҙе "ҡыҫыу" бара. Күпселекте аҫаба халыҡ тәшкил иткән районда йәшәйбеҙ, әммә һорауҙарыбыҙға, үтенестәребеҙгә үҙебеҙ һайлаған депутаттар ҙа яуап бирә алмай.
Аҙау ауылын алайыҡ. Халыҡ менән кәңәшләшеп тә тормаҫтан, ауыл Советын бөтөрөп, беҙҙе 20 километр алыҫлыҡтағы Оҙондарға ҡуштылар. Ара алыҫ. Элек үҙебеҙҙең ауыл Советы бар саҡта тәртип яҡшы ине, ҡышын юлдар ҡарҙан таҙартылды. Улай булғас, ниңә Ҡыҙыл Еҙем менән Орловка ауыл Советтарын берләштермәнеләр һуң? Аралары ла биш-алты километр самаһы ғына. Үрге Ләмәҙ ауылы менән дә аңлашылмаҫлыҡ ваҡиғалар бара. Башҡорт ауылын тәүҙә Михайловка ауыл Советына ҡуштылар, аҙаҡ уныһын да Инйәр ауыл Советы менән берләштерҙеләр. Хәҙер Үрге Ләмәҙ халҡы 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Валентиновка юлын тапарға мәжбүр. Бындай аҡылһыҙ пландар ауылдарыбыҙҙы бөтөрөүгә илтә. Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу һылтауы менән ҡыҫҡарта, яба башланылар. Был исемлеккә Көмәрле, Уҫаҡлы мәктәптәре тәүгеләрҙән булып инде. Сиратта — Аҙау һәм Оҙондар урта мәктәптәрен берләштереү.
Ауылыбыҙҙа ике ҡатлы яҡшы мәктәп бар. Уны һаҡлау өсөн Ҡарағай, Ҡыҙғы, Родинск, Айтмәмбәт балаларын йәлеп итеп булыр ине. Аралары — өс-дүрт километр. Балаларҙы ташыу өсөн Аҙау урта мәктәбенең өр-яңы автобусы бар. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә кем беҙгә ярҙам итә ала? Үтенесебеҙҙе ишетеүселәр булырмы?


Вернуться назад