Хаҡлы рәүештә гәзитебеҙҙең “тере тарихы” булып һаналған иң оло журналисыбыҙ Юныс Кашап улы Әхмәҙиевкә 89 йәш тулды. Ул — республикабыҙ баҫмаларының хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нисек сыҡҡанын да хәтерләгән, һөйләй алған берҙән-бер аҡһаҡал! Илленсе йылдар башында Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы гәзите редакцияһынан Өфөгә “Совет Башҡортостаны” гәзите хәбәрсеһе булып эшкә күскән уҙаман пенсияға сыҡҡансы ошо хеҙмәтенә тоғро ҡалды. Башҡортостанда ул аяҡ баҫмаған район, ауыл ғына түгел, предприятие һәм хужалыҡ та юҡтыр. Республикабыҙҙың үҫеш тарихын уның мәҡәләләре буйынса ғына ла күҙ алдына килтерергә мөмкин. Туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлашҡан матур ғүмер байрамыңды иҫән-һау ҡаршыларға яҙһын, Юныс Кашап улы!