«Белем алыуы хәҙер ҡыҙығыраҡ»05.02.2013
«Белем алыуы хәҙер ҡыҙығыраҡ»Өфө ҡалаһының 63-сө һөнәрселек лицейы былтыр, республика кимәлендәге ауыл хужалығы йәрминкәһенә иң ҙур бауырһаҡ әҙерләп, Рәсәйҙең рекордтар китабына инде. Ғөмүмән, белем усағы бөгөн йәнле тормошта йәшәй. Яңылыҡҡа ынтылған, мәғлүмәтле, сәмле, йүнсел хужаның хәстәрлеге менән лицейҙың матди-техник хәле йылдан-йыл яҡшыра. Күптән түгел яңыса белем биреү программаларын ғәмәлгә индереү буйынса конкурста еңеү яуланылар. Унда башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашҡайны. Ошо уңайҙан конкурс йомғаҡтары менән таныштырыу сараһы үтте.

Был уҡыу йортоноң тарихы 1975 йылдан башлана. Өфө агрегат етештереү берекмәһенә эшселәр әҙерләү өсөн 65-се училище барлыҡҡа килә. Уҡыусылар өсөн заводта слесарь һәм электр техникаһы оҫтаханалары булдырыла, ә инде 1984 йылда белем усағы 63-сө һөнәрселек техник училищеһына әйләнә. 1995 – 2002 йылдарҙа завод менән бәйләнеш өҙөлөп тора.
Ете йылдан һуң, уларҙа сығарған көнкүреш кәрәк-ярағының киң ҡулланылыу табыуы сәбәпле, берекмәгә слесарҙар, станоксылар, электр монтерҙары талап ителә. Уҡыу йорто тап ошо һөнәрҙәр буйынса эшселәр әҙерләй башлай, ә завод, үҙ сиратында, уҡыусылар өсөн эш урындары булдыра.
2012 йылда училище һөнәрселек лицейы статусын алды, Ленин районында урынлашҡан берҙән-бер башланғыс һөнәрселек белем биреү учреждениеһы ул. Бында баш ҡаланың һәм республиканың барлыҡ төбәктәренән – Краснодар, Сочи, Новороссийск, Магнитогорск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, Себерҙән «Белем алыуы хәҙер ҡыҙығыраҡ»киләләр. Бөгөн лицейҙа 641 үҫмер уҡый. Унда кондитер, ашнаҡсы һөнәрҙәренә лә эйә булырға мөмкин.
Конкурс тураһында ишеткәс, белем усағы етәкселеге тәүәккәлләп ҡарарға була. Кәңәшләшергә Өфө агрегат етештереү берекмәһе директоры Юрий Порошинға киләләр. Етәксе, программаға шикләнеп ҡараһа ла, ярҙам ҡулы һуҙа – дүрт токарь, өс фрезерлау станогы һәм эш майҙаны тәьмин итә.
Программаға ярашлы, конкурста еңеү уҡыу йортона заманса ҡорамал һатып алыу мөмкинлеге биргән. Станоктар уҡыу оҫтаханаларында урынлаштырылған. Практика үткәндә уҡыусылар өсөн был бары файҙаға ғына. Завод директоры Юрий Порошин билдәләүенсә, бергәләп эшләү ике яҡҡа ла отошло.
1998 йылдан лицей мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы металл эшкәртеүсе һөнәренә әҙерләй башлай. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте менән берлектә бында 200-ҙән ашыу инвалид бала уҡып сыҡҡан. Әле улар заводтарҙа уңышлы эшләп йөрөй. Уҡыу йорто директоры Марсель Солтанов әйтеүенсә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ошо йәһәттән иғтибарҙы тап уларға бүлеп, конкурс өсөн «Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға асыҡ мөхит булдырыу» тигән теманы һайлағандар икән.
— Конкурста еңеү, станоктарҙан тыш, кабинеттарҙы заманса талаптарға ярашлы йыһазландырырға, электрон плакаттар, китаптар алырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер уҡыу күпкә ҡыҙығыраҡ. Белем сифаты ла яҡшырҙы, – ти лицей директоры Марсель Солтанов.
Мәҫәлән, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре кабинетына, программаға ярашлы, кеше макеты алынған. Ошо дәресте уҡытҡан Сергей Гордеев әйтеүенсә, фажиғәгә тарығанда, күп кеше юғалып ҡала, тейешенсә ярҙам күрһәтә белмәй, ә был һын ярҙамында уҡыусыларҙы йөрәккә массаж, яһалма һулыш яһарға өйрәтәләр.
Белеүебеҙсә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға программаны үҙләштереү өсөн күберәк ваҡыт талап ителә. Марсель Ғәфүр улы әйтеүенсә, мультимедиа программалары эште күпкә еңелләштерә. Контроль эштәрҙе хәҙер уҡыусылар оло кинәнес менән башҡара.
Конкурста еңеүгә арыу уҡ ваҡыт үтһә лә, программаларҙы яйға һалыу өсөн тәүҙә уҡытыусыларға уларҙы тулыһынса үҙаллы үҙләштерергә тура килгән.
Махсус технологиялар уҡытыусыһы Асия Суфиянова лицейҙа 20 йыл эшләй, шуның 10 йылында мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән шөғөлләнә.
— Был төркөмгә ҡараған балалар өсөн һөнәр алыу бик мөһим. Улар үҙҙәренә тапшырылған бурысты яратып башҡара, тырыштар. Диплом эшен яҡлағанда, барыһын да еренә еткереп үтәйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр дәрестә иғтибарын ситкә йүнәлтеп ултыра, ә бына мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар тыңлаусан. Сурдотәржемәсе менән эшләйбеҙ, – тип фекере менән уртаҡлашты Асия Зөфәр ҡыҙы.
Форсаттан файҙаланып, Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Геннадий Шаталов мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе 10 ай ғына түгел, ә ике йыл уҡытырға тигән тәҡдимен еткерҙе.
— Улар лицей тормошонда әүҙем ҡатнаша. Белем алып ҡына ҡалмай, төрлө спорт ярыштарында еңеү яулайҙар. Уҡыу йортонда сәләмәт һәм инвалид балаларҙың бергә белем алыуы уларға үҙҙәрен бүтәндәрҙән кәм тоймаҫҡа ярҙам итә, – тине Марсель Ғәфүр улы.


Вернуться назад