Почтаны ябабыҙ, тиҙәр02.02.2013
Хөрмәтле редакция! Аптыраған көндән һеҙгә ярҙам һорап хат яҙырға булдыҡ.

Беҙҙең Йөҙимән почта бүлексәһе өс ауылды хеҙмәтләндерә. Ут, телефон, Интернет һәм башҡаға түләү өсөн ауыл халҡы шунда йөрөй. Күптән түгел, “почтағыҙҙы ябабыҙ”, тигән шомло хәбәр еткерҙеләр. Имеш, бина иҫкергән, эшләү өсөн шарттар юҡ, уның урынына “күсмә почта” йөрөйәсәк. Онотҡанда бер киләсәк ундай элемтәнең уңайлыҡтары хаҡында беләбеҙ инде.
Беҙ быға ҡырҡа ҡаршы! Үрҙәге етәкселәр бинаның иҫкелегенә һылтанып, анһат ҡына ҡотолорға теләһәләр ҙә, беҙ почта өсөн мөйөш таптыҡ. Мәктәпкә ҡараған кирбес йорттоң бер бүлмәһен бирергә ризалар, тик почтабыҙҙы ғына япмаһындар.
Үҙебеҙ ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу, халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләйбеҙ, ә үҙебеҙ шуның киреһен эшләйбеҙ түгелме?


Вернуться назад