Электр транспортына ихтирам етмәй02.02.2013
Электр транспортына ихтирам етмәйДөрөҫөн әйтәм, һуңғы бер нисә йыл троллейбуста йөрөгәнем юҡ. Төрлө сәбәптәр буйынса ҡала халҡы троллейбус менән трамвайҙы бик үҙһенмәй. Кемгәлер уларҙың яйлығы, икенселәргә ҡышын һыуыҡ, йәйен эҫе булыуы оҡшамай. Ен кеүек сапҡан шәхси маршруткалар ҙа бында үҙ ролен уйнайҙыр. Уларҙың табыш артынан ҡыуып пассажирҙар тураһында бөтөнләй уйламауын ғына хәтерҙән сығармайыҡ.

Ә бына кисә шулай ҙа троллейбуста ултырып йөрөү форсаты тейҙе. Әллә ошо ваҡыт эсендә улар ҙур үҙгәреш кисергән, әллә яңылары бик йәтеш эшләнгән, әммә ул йылы ине! Дизайн яғынан да күркәм, артыҡ бысранып бармай торған, шул уҡ ваҡытта йәмле генә күк-һоро төҫ һайланған. Һәр бер туҡталыш ике телдә лә иғлан ителә, салонда ҡуйылған экранда ла яҙыла. Үҙе тап-таҙа, теләһә ниндәй еҫ тә сыҡмай... Аптырарһың, ни булған был “мөгөҙлө” транспортҡа?
Хикмәт шунда: кисә Өфө урамдарына өр-яңы биш троллейбус сыҡты. Был баш ҡала етәкселегенең ҡала электр транспорты селтәрен яңыртыу программаһы буйынса башҡарылған эше икән. Троллейбустарҙы “оло юлға” сығарыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Ҡатнашты ғына түгел, тәүгеләрҙән булып үҙе ултырып йөрөнө.
Яңы троллейбустың өҫтөнлөклө яҡтары бихисап. Түбән иҙәнле “БТЗ-52763” электр энергияһын 30 процентҡа тиклем экономиялай. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тартып сығармалы пандустары бар. Шулай уҡ салонда ла коляскалы инвалидтар өсөн хәүефһеҙлек ҡайыштары булған махсус урын ҡаралған. Транспортта ГЛОНАСС, уның техник торошон дистанциянан күҙәтеү ҡорамалы, автоматик түләү системаһы һәм видеокүҙәтеү бар.
Ирек Ялалов менән бергә яңы троллейбусты беҙ — журналистар ҙа һынап ҡараныҡ. Бер нисә туҡталыш үткәнсе ҡала мэры менән аралашыу мөмкинлеге булды. Ул дөйөм алғанда ҡәнәғәт ҡалды, әммә етешһеҙ яҡтарын да билдәләне. Мәҫәлән, тотоноп барыу өсөн таянғыстар юғарыла урынлашҡан, бәләкәйерәк буйлы кешеләр өсөн был уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Инвалидтар өсөн пандус та текә булып сыҡты. Быны беҙҙең менән бергә коляскаһында ултырып барған ағай дәлилләне. Ирек Ишмөхәмәт улы йәштәр өсөн бушлай Интернет — WI-FI ҡуйырға ҡушты.
— Был йәһәттән артабан эшләйәсәкбеҙ, яңы электр транспорты аласаҡбыҙ, — тине Ирек Ялалов һәм ҙур тиҙлекле трамвайҙар тураһында һөйләне. — Техник бурыс әҙерләнгән, маршрут билдәләнә. Тиҙ йөрөшлө трамвайҙың ике тармағы буласаҡ. Уларҙың берәүһе ҡаланың төньяғын көньяғына бәйләйәсәк. Ете ябыҡ типтағы станция ҡаралған. Бер йыл эсендә документация әҙерләп бөтөргә тейешбеҙ һәм шунда уҡ эшкә тотонасаҡбыҙ. Әле булған трамвай юлдарын да йүнәтеп, яңыртасаҡбыҙ.
Был трамвайҙарҙың тиҙлеге — сәғәтенә 50-60 километр. Әле ҙур ҡалала уртаса тиҙлек 25-30 километр икәнлеген иҫәпкә алғанда, был бик ҙур, әлбиттә.
Эйе, яңы троллейбустар оҡшаны, әммә кире ҡайтҡанда журналистарҙың барыһы ла тиерлек маршрут таксиҙарына ултырҙы. Ҡаланың электр транспортына популярлыҡ яулау өсөн әле эшләргә лә эшләргә шул...


Вернуться назад