Әсә булыу — оло бәхет02.02.2013
Башҡортостандан күп балалы 60 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. 102-се бүләкләү тантанаһы республика Хөкүмәтендә үтте. Наградаларҙы Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.
Вице-премьер билдәләүенсә, әлеге тантанаға саҡырылған 60 әсәнең барыһы ла килгән. Йыш ҡына юлға сығыуға һауа шарттары йәки башҡа хәлдәр ҡамасаулай.
— Ғаилә ныҡлы булмаһа, ҡатмарлы бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин түгел, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Сөнки балаға яҡшы тәрбиәне, белемде ғаилә генә бирә ала.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары әйтеүенсә, республика күп балалы ғаиләләргә матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү, ғаилә институтын нығытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
— Әле 34 мең самаһы ғаилә социаль ярҙам сараларынан файҙалана. Былтыр ғына пособиеларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Әлбиттә, аҡсаның күберәк булыуын теләр инек. Шулай ҙа балаларыбыҙға тәрбиә биреүҙә уның файҙаһы барҙыр, тип уйлайым.
Бүләкләнгән әсәләр тантанаға буш ҡул менән килмәгән. Ейәнсура район мәҙәниәт йортонан Тәнзилә Уликанова йырлап күрһәтһә, Туймазынан Зөлфиә Дәүләтова ялҡынлы телмәре менән һоҡландырҙы.
— Әсә булыу — оло бәхет. Ә күп балалы әсә булыу — икеләтә бәхет. Шулай ҙа, йөрөргә балалар булмау сәбәпле, баҡсаларҙың, мәктәптәрҙең ябылыуы борсой. Ошондай хәлгә юл ҡуймау өсөн сабыйҙар артһын ине, — тине ул.
Дүртөйлө районынан Лидия Сәйфуллина һауынсы булып эшләй.
— Ғаиләбеҙҙә биш бала: ике малай һәм өс ҡыҙ. Ирем — мал ҡараусы. Ҙур, иркен йорт һалыу хаҡында хыялланабыҙ, — ти Лидия Николаевна. — Йәмле йорт һәм ныҡлы ғаилә — бәхеттең нигеҙе ул.