Һүҙемдә торманым, Хәким ағай...02.02.2013
Һүҙемдә торманым, Хәким ағай...Туҡһанынсы йылдар башында публицистика менән ихлас мауығып киттем. Әллә етемлектә үҫкән фронтовик балаһы булыуы касафатымы, йә иһә имен ҡайтҡан яугирҙәрҙең нисек йәшәүен, холоҡ-фиғелен күҙәтә йөрөү шул ҡәҙәре лә тәьҫир иттеме, яҙмаларымда йыш ҡына һуғыш, ҡаһарманлыҡ, тоғролоҡ темаһына мөрәжәғәт итер булдым.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәлә йәки очерктарҙы һәр кем үҙенсә уҡый: берәүҙәр яҙғаныңа күҙ йүгертеп кенә үтә лә шунда уҡ онота, икенселәр уны зиһененә лә һеңдерә, йөрәге аша ла үткәрә. Күренекле яҙыусыбыҙ, яу юлдарын үткән Хәким Ғиләжев ағай һәр нәмәне йөрәгенә яҡын ала торған кеше булғандыр, сөнки һуғышҡа арналған әйберҙәремде, ҡәләм тотоп уҡып, ул почта аша йыш ҡына кире ҡайтарыр ине. Талапсан тәбиғәтле оло яҙыусының дәртләндергән һүҙҙәре күңелде йылытһа ла, ағайҙың бер теләге ныҡ уйландырҙы: "Яу темаһына уның утында янған, төтөнөндә сәсәгән кешенең мөрәжәғәт итеүе тәбиғиерәк, мырҙам..." Ысындан да, үҙең күрмәгән-кисермәгән хәл тураһында һүҙ әйтергә нисек тәүәккәллек итмәк кәрәк?
Аңлауымса, Хәким ағай әлеге теләге менән публицистикаға тотоноп ҡына йөрөгән кешене тема йәһәтенән сикләү ниәтен көҫәмәгәндер ул. Әһле ҡәләм самаһын үҙе белергә тейеш.
Совет ғәскәрҙәренең Сталинград эргәһендә фашистик Германия ғәскәрҙәрен, ҡайһыһын ҡырып, икенселәрен ҡамап, ҡыйратып һалыуын байрам итеү айҡанлы, "Башҡортостан" гәзитенән мәҡәлә һорап шылтыратыуға Мостай һүҙҙәре менән "ҡуйығыҙсы... әҙәпкә көс килер", тип яуап бирергә лә кәрәк булғандыр. Әммә ҡырҡ икенсе йылдың авгусында, алмандарҙың йәйге һөжүме иң ҡыҙған мәлендә, Дон ярҙарында ғәйеп булған атайымды, йәнә бер ай үткәс, Орел өлкәһендә башын һалған ҡайнымды хәтерләнем. Береһе — мөғәллим, икенсеһе — таусы, рядовойҙар, планетар һуғыш өйөрмәһендәге ҡом бөртөгө генә. Ләкин, уратыбыраҡ уйлаһаң, һалдаттар Әҡсән Ҡотлоғәлләмов та, Ғөзәйер Сәғитов та Сталинград, Кавказ аша көнсығышҡа уҡталыусы ут һәм ҡорос ташҡыны юлында бер таш булып ятҡандыр. Батальондар, әрмеләр, фронттар командирҙар фарманы менән бар булһа ла, уларҙың тәне лә, йәне лә — ябай һалдат.
Сталинград алышында еңеүҙең 70 йыллығы хәҙер Волгоград тип аталған ҡалала билдәләнә. Тантанала ил башлығының да ҡатнашыуы, әлбиттә, ваҡиғаға мәртәбә һәм пафос бирә. Байрамдың ҡоласына ярашлы, сталинградсыларға ҡарата ихтирам һүҙҙәре әйтелер. Ил тарихындағы ошондай данлы мәлдәрҙе хәтергә алыу, иҫәндәре һикһәнде уҙған ветерандарҙан бигерәк, үткәнебеҙгә ғафил булмаған йәш-елкенсәккә кәрәк. Бик олоғайған яугирҙәр өсөн, бәлки, тантаналарҙа ҡатнашыу ҙа ауыр бурыстыр. Шуға күрә өлкәндәребеҙгә көндәлек тормошонда, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәрендә илтифатлылыҡ һәм миһырбанлылыҡ күрһәтеп өлгөрөү, аңлауымса, мөһимерәк.
Президенттың ҡотлау сығышында Сталинград янындағы тиңе булмаған көрәштең Бөйөк Ватан һуғышы барышына йоғонтоһо, ғөмүми хәрби-сәйәси хәлде бороп ебәреүе тураһында әйтелер. Шунһыҙ булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта Сталинград Башҡортостан тарихында айырым урын алып торалыр. Республикабыҙҙа нәшер ителгән бик күп тарихи, мемуаристик әҙәбиәттә, хәтерләүҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының ошо осорона диҡҡәтле әһәмиәт бирелде. Тиҫтәләрсә мең ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ Волга ярындағы ошо ҡала өсөн йән аямай алышҡан. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә оҙаҡ ваҡыт өлкән корректор булып эшләп ялға сыҡҡан Рәғәнә Енгалычева апай Сталинградта дошман самолеттарына ҡаршы Башҡортостан ҡыҙҙарының нисек көрәшеүе, ҡабул итә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар тураһында әленән-әле хәтергә алыр ине. Беҙҙекеләр ҡаланы ҡурсалашыу менән генә хуш ҡалманы, бәлки, мәшһүр ҡаланы яңынан төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашты. Ошо арҡаҙашлыҡҡа иҫтәлек итеп, Сталинград урамдарының береһенә Салауат Юлаев исеме бирелде. Әйткәндәй, Өфөнөң Шакша биҫтәһендә Волгоград урамы ла, тыҡрығы ла бар. Бынан бер-ике йыл самаһы әүәл, Прага ҡалаһының картаһын диҡҡәтләп өйрәнә торғас, унда Өфө, Сталинград һәм бүтән байтаҡ таныш атамаларға юлыҡтыҡ.
Сталинград өсөн барған һуғыштарҙың дауамын тарихсылар төрлөсә билдәләй. Уртаҡ һығымта буйынса, ул теүәл 200 көн һәм төн, 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә ҡәҙәр, дауам иткән. Ошо алышта йәрәхәт алған, ғәйеп булған һәм үлгән яугирҙәрҙең иҫәбе йәһәтенән дә берҙәм фекер юҡ. Бер сығанаҡта ике яҡтың да юғалтыуҙары йәмғеһе 2 миллион кеше самаһы тип күрһәтелһә, 1939 — 1945 йылдарҙағы икенсе донъя һуғышы тарихында, дошман Сталинградта, дөйөм алғанда 1,5 миллион хәрби хеҙмәткәренән яҙҙы, тип раҫлана. Һәм ошоға оҡшаш борғолауҙар тарих фәнендә — ғәҙәти күренеш.
Ләкин, нисек кенә әүеш-тәүеш итһәк тә, Сталинградтың дәһшәте, ул һуғыштың Ватан һәм, ғөмүмән, донъя яҙмышындағы урынын кәмһетәм тигәндә лә кесерәйәһе түгел. Хәрби тарихсы Юрий Плотников шуға ҡағылышлы ошолай тип яҙғайны: "1942 йылдың икенсе яртыһында, Волга менән Дон араһында, ҡоласы һәм көсөргәнеше буйынса тиңдәшһеҙ Сталинград һуғышы йәйелеп китте. Унда икенсе донъя һуғышының бынан алдағы бөтә алыштарын да уҙып киткән ғәскәр һәм техника ҡатнашты. Әлеге һуғыштың айырым мәлдәрендә ике яҡтан да алыштарҙа бер юлы 2 миллиондан күберәк кеше, 26 мең орудие һәм миномет, 2 меңдән ашыу танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы, 2 мең самолет ҡатнашты".
Ныҡышмалы, ифрат ҡан ҡойошло көрәштә совет Ҡораллы Көстәре фашистик блокка ингән илдәрҙең 1942 йылда һуғышты алып барыу пландарын совет-герман фронтында ғына түгел, бәлки бүтән йүнәлештәрҙә лә өҙҙө. Сталинград эргәһендәге еңеү фашистарҙы башҡа тарафтарҙа ла, шул иҫәптән Тымыҡ океанда ла, оборонаға күсергә мәжбүр итте. Әлеге фактҡа баһа биреп, АҠШ-тың элекке дәүләт секретары Э. Стеттиниус ошолай тип билдәләне: "Америка халҡына 1942 йылда үҙенең һәләкәттән бер аҙымда ғына торғанлығын оноторға ярамай. Әгәр Советтар Союзы фронтты тота алмаһа, немецтарға Бөйөк Британияны баҫып алыу мөмкинлеге тыуа ине. Улар шулай уҡ Африканы ҡулға төшөрә һәм Латин Америкаһында үҙенә плацдарм булдыра ала ине". Совет дәүләтенә теләктәшлеге булмаған кешенән шундай баһаны ишетеү Сталинградтың бар донъя яҙмышы өсөн әһәмиәтле булыуын раҫлай. Һәр хәлдә, немец-фашист ғәскәрҙәренең еңелеүе шул ҡәҙәре лә ҙур булған, хатта Гитлер: "...Көнсығышта һуғышты һөжүм юлы менән тамамлау форсаты хәҙер инде юҡ. Быны беҙ аныҡ күҙ алдына килтерергә тейешбеҙ", — тип белдергән. Фашистар менән уларҙың ҡуштандарының Сталинградта еңелеүе Германия һәм уның сателлиттарының рухи һыныуын да аңлатҡан.
Февраль башының еңеүле көндәрендә донъяның күп дәүләттәре етәкселәре И.В. Сталин исеменә ҡотлау телеграммалары ебәргән. Ә Бөйөк Британия короле Сталинградҡа урыҫ һәм инглиз телдәрендә: "Ҡорос кеүек ныҡлы Сталинград граждандарына — Британия халҡының тәрән һоҡланыуы билдәһе итеп, король Георг VI" тип яҙылған бүләк ҡылысын ебәргән.
Билдәле инглиз тарихсыһы Р. Сет Советтар Союзының ролен шулай баһалаған: "Коммунизм тураһында нимә генә уйлаһағыҙ ҙа, әгәр һеҙ намыҫлы кеше икәнһегеҙ, немецтарҙы Сталинград янында туҡтатҡан урыҫтарҙың һәм уларҙың хәрби етәкселәренең ҡаһарманлығы, сыҙамлығы һәм оҫталығы менән һоҡланмай сарағыҙ юҡ".
Өлкән кеше һәм фронтовик улы булараҡ, мин йәштәрҙе Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы һәр нәмәгә һаҡсыл мөғәмәләгә саҡырам. Уҙған йыл Башҡортостан һуңғы Советтар Союзы Геройы менән бәхилләште. Яугирҙәр арабыҙҙан үкендерерлек тиҙлек менән китә тора. Улар 18-20 йәштә ҡурғашлы дауылға ҡаршы күтәрелгән кешеләр. Ҡәҙерләп ҡалайыҡ яугирҙәрҙе.
Эх, Хәким ағай, Һеҙгә үҙ алдыма ғына биргән вәғәҙәмде йәнә боҙҙом...


Вернуться назад