Архангел районының Аҙау ауылында тыуып үҫеп, әле лә шунда йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Шәмсетдин Насретдин улы Сафаровты матур байрамы — 82 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Донъя ауырлығын күп күрһә лә, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, кеше көнләшерлек итеп матур йәшәй һөйөклөбөҙ. Малай ғына сағынан уҡ эш башлап, һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын күреп-кисереп үҫә атайыбыҙ. Һәр эште еренә еткереп үтәгән абруйлы коммунист ал-ял белмәй 40 йылдан ашыу хеҙмәт юлында бик күп Маҡтау грамоталары һәм “Хеҙмәт һәм һуғыш ветераны” исеменә лайыҡ булды.
Тынғыһыҙ, еңел һөйәкле, ярҙамсыл һәм бик тә уңған кеше атайыбыҙ. Ул бөгөн дә, оло йәштәмен тип тормай, кеше мәнфәғәтен хәстәрләп, ауыл тормошон яҡшыртыуға күп көс һалып, депутатлыҡ эшен алып бара.
Атайыбыҙға артабан да иҫәнлектә бәрәкәтле, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын тип теләйбеҙ. Тыуған нигеҙебеҙҙең ырыҫын, ҡотон һаҡлап, тормошобоҙға йәм биреп йәшә, атай! Һин барҙа, беҙ ҙә арҡалы!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.