“Йондоҙҙар” тормошонан02.02.2013
Башҡорт эстрадаһының артистары һәм йәш башҡарыусылары киҙеү көсәйгән осорҙа ла, ҡаты һыуыҡтарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәй, тамашасыларҙы яңы йырҙары, клиптары менән ҡыуандырыуын дауам итә.

“Йондоҙҙар” тормошонанАлма ағасынан алыҫ төшмәй

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Лилиә Ишемйәрова менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Фирүзә Аллаярованы (Фирүзә Париж) әле генә «йәш йырсылар» тип йөрөтә инек. Баҡтиһәң, сәхнә «йондоҙ»ҙарының ҡыҙҙары ла йәштәр эстрадаһына юл яра башлаған икән.
Лилиә Ишемйәрованың ҡыҙы Зөлхизә Мортазина (һулдан) менән Фирүзә Аллаярованың ҡыҙы Нәркәс Нурбахтина «Наҙ» тигән төркөм ойошторған. Әлегә өс йыр яҙҙырырға өлгөргәндәр. Наҙлыҡайҙарҙың моңло һәм сағыу тауышы йәштәр күңеленә хуш килде.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә мәктәптә уҡый. Дәүләт имтихандарына әҙерләнеүҙән тыш, йыр-моңға ла ваҡыт тапҡан һылыуҙарға уҡыуҙа ла, ижадта ла уңыш юлдаш булһын.

“Йондоҙҙар” тормошонанПутинға «Арғымаҡ» оҡшаған

Башҡорт моңон яратыусы белемле йәштәрҙән торған «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө 2009 йылда барлыҡҡа килгәйне. Арғымаҡ бер урында тапанып торорға яратмағандай, төркөм дә яңынан-яңы киңлектәрҙе яулап һоҡландыра. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан ғына Мәскәүҙә Кремлдә сығыш яһап ҡайттылар.
Ил төбәктәре етәкселәре йыйылышында төрлө яҡтан музыкаль коллективтар килгән. Улар араһында «Арғымаҡ»тар үҙенсәлекле кейемдәре һәм «тере» тауышҡа сығыш яһауҙары менән айырылған.
— Беҙ сәхнәгә сыҡҡанда етәкселәр үҙ-ара фекер алышып, ашап-эсеп ултыра ине. Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары менән өзләү яңғырап киткәс, барыһы ла тын ҡалды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты төркөмдөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да Башҡортостан йәштәре менән һоҡланыуын йәшермәгән: «Молодцы, ребята!» — тип, ҡул биреп иҫәнләшкән.

“Йондоҙҙар” тормошонанАльбинаны һинд ҡыҙы менән бутағандар

Йырсы Альбина Килдейәрова менән пародист Илнур Юламанов ҡышҡы һалҡында тамашасы күңелен Һиндостан ҡояшы менән йылытты — һинд йырҙарын башҡорт һәм татар телдәрендә йырлап, матур клип әҙерләне.
Клипта барыһы ла шартына тура килһен өсөн артистар һинд бейеүе хәрәкәттәрен өйрәнгән, Өфө ҡалаһының уҡыу йорттарынан Һиндостан студенттарын саҡырған.
— Бер мәл улар, яныма килеп, үҙ телдәрендә хәбәр һөйләргә тотондо. Мине һинд ҡыҙы тип уйлағандар икән, — тип йылмая Альбина Килдейәрова.


Вернуться назад