Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәтенең 24 ноябрҙәге ҡарары менән граждандарҙың айырым категорияларына 2011 — 2013 йылдарҙа һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарын ҡуйғанда бер тапҡыр аҡсалата компенсация биреү тәртибе тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде.
Үҙгәрештәр иң элек компенсация күләменә ҡағыла. Элек ул газ һәм һыу приборҙарын һатып алыу һәм ҡуйыу хаҡының 30 процентын тәшкил итһә, хәҙер — 70 процент.
Аҡсалата компенсация оло йәштәгеләргә биреләсәк. Әммә уларҙың килеме, өҫтәмәләрҙе лә иҫәпкә алғанда, йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырҙан да юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш.
Әйтергә кәрәк, элегерәк ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум самаһы аҡса бүленгәйне.
Компенсация 2011 йылда ҡуйылған һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙары өсөн түләнәсәк. Ошо ярҙам сараһына бәйле мәсьәләләр буйынса урындағы халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.