Аэропортты үҫеш көтә01.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “ВИМ-АВИА” компаниялар төркөмө башлығы Рәшит Мурсекаев менән һөйләшеү үткәрҙе, тип хәбәр итә төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

Осрашыуҙа “Өфө” халыҡ-ара аэропортында төп авиакомпания ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.
— “Өфө” аэропорты яҡшы үҫә, былтыр ул ике миллионға яҡын пассажирға хеҙмәт күрһәткән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был насар һөҙөмтә түгел. Төп авиакомпания булһа, күрһәткестәр тағы ла яҡшырыр ине.
Яҡын арала халыҡ-ара терминал төҙөй башлау күҙаллана, сөнки әлегеһе заман талаптарына яуап бирмәй. Яңы терминал сәғәтенә 500 кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ.
“Өфө” аэропортында шулай уҡ ауыр, ҙур самолеттар өсөн перрон төҙөү ниәте бар.
— Был — бик кәрәкле эш, — тине Башҡортостан Президенты. — Ул беҙгә илдә алдынғы урынға сығыу мөмкинлеген бирәсәк, тип уйлайым. Бынан тыш, осош-ултырыш һыҙаттарын яңыртабыҙ, уларҙы үҙ-ара тоташтырабыҙ. Ошо эштәрҙең барыһы ла ҙур аэропорт төҙөү өсөн тәүшарт тыуҙыра.
“ВИМ-АВИА” компаниялар төркөмө башлығы Рәшит Мурсекаев әйтеүенсә, былтыр Башҡортостан етәкселеге менән үткәрелгән һөйләшеүҙәрҙән һуң Өфө аэропорты аша пассажирҙар ташыуҙы арттырыу буйынса әүҙем эш башланған.


Вернуться назад