Юбилейға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эш планы төҙөлдө, ойоштороу комитеты раҫланды. Төҙөлөшкә ҙур иғтибар бүлмәкселәр. Мәҫәлән, Нефтекаманың тәүге төҙөүселәренә һәйкәл асыласаҡ, ике балалар баҡсаһы һәм торлаҡ йорт сафҡа инәсәк. Ҡаланың 4-се дөйөм һәм Әмзә ауылының урта белем биреү мәктәптәре, 27-се балалар баҡсаһы, “Торос” стадионы төҙөкләндереләсәк. Машина эшләүселәр колледжы бинаһы тәртипкә килтереләсәк.
Бынан тыш, Ленин урамында һәм Комсомол проспектында “Ҡала тарихы” тип аталған аллея булдырыласаҡ. Төрлө кисәләр, конкурстар, күргәҙмәләр күп үтәсәк. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фестивале, милли мәҙәниәттәрҙең “Берҙәм ғаиләлә” тип аталған фольклор-этнография фестивале, романстар башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы ошо байрам саралары иҫәбенә инә.