Байрам саралары башланды01.02.2013
Байрам саралары башландыБашҡортостаныбыҙҙа бик үҙенсәлекле бер урын бар, ул — Европа менән Азия ҡушылған ер. Эйе, һүҙ — Учалы төбәге хаҡында. Ағымдағы йыл урындағы халыҡ өсөн иҫтәлекле, сөнки ҡалаға 50 йыл тула.

Республика тарихында 1963 йылдың 1 феврале Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы тигән эшсе ҡасабалары ҡушылған көн булараҡ билдәләнгән. Яңы барлыҡҡа килгән ҡалаға Учалы тип исем биргәндәр. Бөгөн бында 40 мең самаһы кеше йәшәй.
Иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағында, күлдәр янында урынлашҡан ҡала — сәнәғәт үҙәге. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ғына ни тора! Ул Рәсәйҙәге цинк концентратының 65 процентын етештерә, шулай уҡ ҙур булмаған миҡдарҙа баҡыр, алтын, көмөш, платина һәм башҡа металл таба. Халыҡтың ҙур өлөшө ошо предприятиела мәшғүл.
Башҡорт дәүләт университеты филиалы, техникум һәм училищелар булыуы арҡаһында бында йәштәр күп. Учалы бөгөн гөрләп үҫә.
Юбилей саралары рәсми рәүештә февралдән башлана, ә төп байрам 17 августан 24-енә тиклем ойоштороласаҡ. Былтыр йәй үк Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Учалының 50 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны, ә йыл аҙағында Хөкүмәт ҡарары донъя күрҙе. Әле юбилей датаһының логотибы раҫланған, саралар планы әҙер.


Вернуться назад