Ете тарафтан ете хәбәр01.02.2013
Мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмай

Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы белгестәре Дүртөйлө районының Семилетка һәм Иванай ауылдарындағы эш барышында граждандарҙың 218 мөрәжәғәтен тикшерҙе.
Семилетка ауылы халҡы өсөн ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү пунктының булмауы – киҫкен мәсьәлә. Медицина пунктының юҡлығы арҡаһында кешеләр ҡалаға йөрөргә мәжбүр. Был айырыуса бала-саға һәм өлкән йәштәгеләр өсөн уңайһыҙ.
Түбәнге Мансар ауылында көҙөн-ҡышын йорттарҙы һыу баҫыуы мәсьәләһе күтәрелде.
“Юлдаш”.


Ауыл ҡото — мәсет

Янбарис ауылында XIX быуат уртаһында төҙөлгән мәсет һаҡланған. Уны тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индереү күҙаллана. Бина төҙөкләндереүгә мохтаж.
Имам-хатип Әлфис Садиҡов — “Мираҫ” мәсетен һаҡлаусыларҙың береһе. Уның һөйләүенсә, мәсет башта мәҙрәсә, унан мәктәп булған. 1934 йылдан алып рәсми хужаһыҙ торған бинаның документтары юҡ, әле мәсетте муниципаль милеккә күсереү бара.
“Яңауыл таңдары”.


Балалар баҡсалары яңыртыла

Йәрмәкәй районында балалар баҡсаларын яңыртыу буйынса эш йылдам бара. Былтыр йәй бер нисә балалар баҡсаһын төҙөкләндереү башланған. Яңы йылдан сабыйҙар яңыртылған учреждениеға барған.
Мәҫәлән, Йәрмәкәй ауылында ике ҡатлы “Әкиәт” һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары тулыһынса ремонтланған. Был эштәргә республика ҡаҙнаһынан — 9,5 миллион һум, урындағы бюджеттан бер миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Балалар баҡсаларын төҙөкләндереү быйыл да дауам итәсәк.
Йәрмәкәй районы хакимиәте сайтынан.


Мәктәпкә профессор исеме бирелде

Бер йыл элек Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, сыуаш халҡының данлы улы Алексей Кондратьев арабыҙҙан китте.
Шәхес тыуып үҫкән Шаран районының Дүртөйлө ауылында уның исемен мәңгеләштереү буйынса сара үтте. Урта мәктәпкә Алексей Кондратьев исеме бирелде, шулай уҡ ғалимға арналған музей асылды.
“Шаранские просторы”.


Өмөтлө өмәселәр

Районда күлдәрҙәге тереклекте ҡотҡарыу буйынса экологик өмә үтте. Бер төркөм кеше Талбазы ауылы янындағы күлдәрҙә мәке уйҙы.
Талбазы ауылында йәшәгән Ғайсар Сәйфуллин —төбәктә танылған балыҡсыларҙың береһе. Балыҡ аулауҙан тыш, уны һаҡлау ҙа мөһим, ти ул. Һыуҙа йәшәүселәр айырыуса ҡышын кеше ярҙамына мохтаж. Боҙ ҡатламы ҡалынайыу менән һыуҙа кислород кимәле лә кәмей, һөҙөмтәлә балыҡ тонсоға башлай.
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш йылға-күлдәрҙең күркәмлеген киләһе быуынға еткерергә форсат бирер тигән өмөттә өмәселәр.
“Ауырғазы хәбәрҙәре”.


Юбилейға бүләк

Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөкләндерелгәндән һуң 4-се дауахана файҙаланыуға тапшырылған. Бынан тыш, дауалау учреждениеһына яңы ҡорамалдар һатып алынған.
Тиҙҙән поликлиника үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк, ошо уңайҙан дауахананы төҙөкләндереү бара. Әле учреждениеның стационар бүлегенең беренсе ҡаты сафҡа ингән.
Поликлиниканы төҙөкләндереп, медицина ҡорамалдары һатып алыуға 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
“Ашҡаҙар”.


Хоккей командаһы ла булһа...

Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы янында яңы хоккей майҙансығы асылған. Районда, дөйөм алғанда, 18 хоккей майҙансығы бар, әммә мәктәп биләмәһендә эшләгәне берәү генә.
Спорт объекты Туймазы районы хакимиәте һәм бағыусылар ярҙамында сафҡа ингән. Төҙөлөшкә “Уралсибнефтепровод-Башкиртрансгаз” йәмғиәте 1 миллион һум аҡса бүлгән, урындағы предприятиелар һәм ойошмалар ҙа ярҙам иткән.
Киләсәктә гимназия уҡыусылары хоккей командаһы төҙөргә хыяллана.
“Тыуған яҡ”.


Вернуться назад