Ғәйеп, тимәк, ата-әсәлә01.02.2013
Ғәйеп, тимәк, ата-әсәлә“Башҡортостан”дың 250-се һанында 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә ҡайҙа нисек яҙылыуҙары тураһында мәғлүмәт менән танышҡас, фекерҙәремде еткерергә булдым.
Хәҙер тормошобоҙҙа компьютер ҙур урын алыу сәбәпле үҫмерҙәрҙең гәзит-журнал уҡымауы, телмәрҙәге сафлыҡты һаҡлап ҡалыу — йәмғиәттең “баш ауырыуы”.
“Милли матбуғатты ҡулланыу нигеҙендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” тигән тема өҫтөндә эшләү баҫмаларҙың милли мәғарифты үҫтереүҙә һөҙөмтәле бер сара булыуына инандырҙы. Милли матбуғат — беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, ҙур ярҙамсы. Мәҫәлән, туған телдә иркен аралашыу өсөн әүҙем һүҙлек запасы булдыра. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерә, туған телдең күркәмлеген тойорға өйрәтә. Үҙ ҡарашы булған, мәғлүмәтле уҡыусы тәрбиәләй. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе таныта. Уҡытыусыны ла, уҡыусыны ла ижади яҡтан әүҙем үҫтерә.
Гәзит-журнал килгән көндәр ғаиләм өсөн үҙенсә бәләкәй байрам төҫө ала. Яратҡан баҫмабыҙ “Башҡортостан”ға рәхмәт һүҙҙәремде белдергем килә. Бурыстарына яуапһыҙ ҡараған почта хеҙмәткәрҙәренә ҡарата мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Шөкөр, әле республика баҫмалары бер тотҡарлыҡһыҙ килә. Алдағы көндәрҙә лә шулай булыр тигән өмөттәмен.
Беҙҙең быуын бәләкәйҙән матбуғат менән дуҫ булғанғалыр, моғайын, гәзит-журнал күренмәгән өй ҡотһоҙ кеүек. Уҡыусылар менән шул хаҡта һөйләшә башлаһаң, хатта район-ҡала гәзитенә яҙылмаған ғаиләләр барлығы асыҡлана. Был — аптырарлыҡ хәл. Үҙебеҙ алдырған гәзит-журналдарҙы эшемә алып барып, тәрбиәүи маҡсатта тупланма яһап, һалып ҡуям. Тәнәфестә, дәрестән буш ваҡытта уҡыусыларым ҡыҙыҡһынып уҡый. Тимәк, бар ғәйеп — ата-әсәлә. Балаларын рухи байлыҡтан мәхрүм итәләр түгелме?! Ә “Башҡортостан” — өлкәндәргә генә түгел, балалар өсөн дә уҡымлы баҫма. Унда ғаилә ағзалары менән фекер алышырлыҡ байтаҡ мәғлүмәт бар.


Вернуться назад