“Сәхәбә” мәсетендә – Мәүлит байрамы01.02.2013
“Сәхәбә” мәсетендә – Мәүлит байрамыАҙна буйы көндәр болотло булып, ҡар яуып, буранлап торғандан һуң, ғинуарҙың 25-енән 26-һына ҡарай төндә аяҙытып ебәрҙе, һәм Ерҙе Ай үҙенең көмөш нурына сорнаны. Иртәгәһенә көндөҙ ҙә Миәкә күгендә болот әҫәре лә булманы — Ер Ҡояштың алтын нурында ҡойондо. Башҡортостаныбыҙҙың бүтән төбәктәрендә лә, моғайын, шулай булғандыр...

Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең сәхәбәләре, йәғни уның заманында йәшәгән һәм унан ғилем алған кешеләр, VII быуатта уҡ башҡорт халҡына Ислам динен килтергән илселәре Зөбәйер улы Зәйет хәҙрәт менән Зәйет улы Абдрахман хәҙрәт ерләнгәнлеген хәҙер күптәр беләлер. Был изге урынды зыярат ҡылыу, Изге шишмәһенең һыуын эсеп сихәтләнеү хатта илебеҙҙә атеизм сәскә атҡан дәүерҙә лә туҡтамаған. 2011 йылдың 13 июнендә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн Нарыҫтау башындағы боронғо ҡәберҙәргә яҙыулы таш ҡуйылды, ә өҫтөнә тимерҙән аҡ тирмә рәүешендә эшләнгән кәшәнә ҡоролдо.
Шунан алып һәр дини байрам һайын меңәрләгән мосолман ҡәрҙәшебеҙ Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу өсөн ошонда йыйыла. Һәр саҡ мотлаҡ бер нисә кеше ҡорбан сала, халыҡты аш, былау менән һыйлай. Күмәкләп зекер әйтелә, намаҙ уҡыла, пәйғәмбәребеҙҙе данлап, салауаттар уҡыла, әруахтарға аяттар бағышлана. Аллаһтан илебеҙҙең именлеген һорап, абруйлы имамдарыбыҙ доға ҡыла.
2012 йылдың 10 июнендә, мәҫәлән, сәхәбәләр ҡәберҙәренә мосолмандарыбыҙ тағы ла күмәкләп зыярат ҡылды. Был изге сарала өс меңләп мөьмин ҡатнашты.
Беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙ – Әүлиәләр иле! Милләтебеҙҙә әүлиәләр күп булған икән – был халҡыбыҙҙың рухи яҡтан юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Хатта сәхәбәләр ҙә беҙҙә ерләнгән, тимәк, был – Аллаһтың башҡорт еренә биргән бәрәкәте, уны төйәк иткән һеҙҙең менән беҙгә ишараһы бит.
Артабан, Аллаға шөкөр, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең күмәк көсө менән бер нисә ай эсендә төҙөлөп, Нарыҫтау эргәһендә “Сәхәбә” мәсете ҡалҡып сыҡты һәм 2012 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырылды. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булмаһа, ағастың япрағы ла һелкенмәҫ, ти, тимәк, был изге ғәмәлдәрҙе атҡарып сығыуға ла Раббыбыҙҙың ризалығы булған. Әл-хәмдүлилләһ!
“Сәхәбә” мәсетендә – Мәүлит байрамыҺәм бына Нарыҫтау мосолмандарҙы тағы үҙенә йыйҙы. Ҡышҡы селләнең әсе һыуығына ҡарамай, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән, хатта Тажикстандан, Дағстандан килгән мосолмандар менән бергә меңдән ашыу кеше Мәүлит байрамы уңайынан “Сәхәбә” мәсетенә килде. Ул тиклем күп халыҡтың бинаға һыйыуы мөмкин дә түгел ине, шул сәбәпле байтаҡ кеше тәҡбир һәм вәғәздәрҙе тышта тороп тыңланы йә саҙаҡа һалып, сәхәбәләр ҡәберен зыярат ҡылып, мәсет янындағы изге шишмәнең һыуын ауыҙ итеп ҡайтып китте.
Йәше инде туҡһанға етеп барыуға ҡарамаҫтан, 500 саҡрым самаһы юл үтеп, Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылынан килгән Нуретдин олатай Игебаев, Белорет ҡалаһынан Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов, Тажикстандан Ҡөрьән-хафиз, йәғни Ҡөрьәнде яттан белеүсе Сәйет Ахрар һәм Дағстандан килгән бер төркөм дин әһеле Ҡөрьән уҡыны, салауаттар әйтте, вәғәздәр һөйләне. Күмәкләп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе данлап, Рәсәй һәм Башҡортостан халҡына үҙ-ара татыулыҡ, именлек, мул тормош, рухи күтәрелеш, иман, һаулыҡ, байлыҡ теләп, Мәүлит доғалары ҡылынды, Аллаһ Тәғәләне данлап, зекерҙәр әйтелде.
Атаҡлы ҡурайсылар — Белорет районының Шығай ауылынан килгән Мөхәммәт Түлебаев менән Өфөнән Роберт Юлдашев башҡарыуында башҡорт халҡының гимны һәм ата-бабаларыбыҙҙың доғаһы кеүек булған мәшһүр “Урал” көйө менән асылған байрамдың “Сәхәбә” мәсетендәге өлөшө күмәкләп өйлә намаҙы уҡыу менән тамамланды.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә: “Мин һине бөтөн ғаләмдәрҙең рәхмәте өсөн яралттым”, – тигән. Шуның өсөн дә Аллаһ Илсеһе Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмде данлап, беҙ Раббыбыҙҙың ризалығына һәм рәхмәтенә ирешергә ынтылабыҙ. Шуға ла пәйғәмбәребеҙҙе көн һайын, ә тыуған көнөндә, Мәүлит байрамында, айырыуса данларға, уның рухына доғалар бағышларға, салауат-шәрифәләр уҡырға, зекерҙәр әйтергә кәрәк. Ә инде ошо изге ғәмәлдәрҙе сәхәбәләрҙең дәфен ҡылынған урынында башҡарыу тағы ла мәртәбәлерәк.
Артабан Илсеғол мәсетендә ҡорбан мәжлесе йыйылды, сөнки был көндө биш мосолман ҡәрҙәшебеҙ ҡорбан салғайны. Мәртәбәле Мәүлит байрамы, шулай итеп, күмәкләп икенде һәм аҡшам намаҙҙарын уҡыу менән тамамланды.
Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтендә булыр Нуретдин олатай Игебаевтың ихлас изге ғәмәле барыһының да күңелендә уға ҡарата һоҡланыу тойғоһо уятты һәм башҡаларға фәһем булды: бер нисә айлыҡ пенсияһынан йыйып, ул аҡсаһын халыҡҡа саҙаҡа итеп таратты һәм бер өлөшөн “Сәхәбә” мәсетенә һиҙиә ҡылды, шулай уҡ ҡорбан ашына мул итеп ит, май, ҡорот килтерҙе.
Өҫтәп шуны әйтке килә: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет дәүерендә халыҡ үҙенең пәйғәмбәрен, дини остаздарын, ғилем биреүсе, тәриҡәт таратыусы ишан-әүлиәләрен иҫләп, ҡәҙер ҡылыуҙан мәхрүм ителде, уларҙың изге ҡәберҙәре сәсеүлектәр аҫтында ҡалды, һөрөп ташланды, таштары нигеҙҙәргә һалынды. Бөгөн халыҡ ҡасандыр юҡ ителгән изге ҡәберҙәрҙе эҙләп таба, таш ҡуя, төҙөкләндерә, шишмәләрен тәртипкә килтерә. Улар хөрмәтле дин әһелдәренең ҡәберҙәренә табыныр өсөн түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары уҡып, сауаптарын мәрхүмдәрҙең яҡты рухтарына бағышлар өсөн бара. Үҙҙәрен «дин әһеле» тип иҫәпләгән ҡайһы бер бәндәләр (ваһһабиттар ҙа тиҙәр уларҙы) был ғәмәлдәрҙе «исламға ҡаршы эш» тип баһалай һәм тергеҙелгән ҡәберҙәрҙең кәртә-таштарын ватып-емереп ташлауҙан да тартынмай. Асылда кем һуң улар? Ислам диненә һуҡырҙарса бирелгән фанаттармы, әллә, киреһенсә, Исламға ҡаршы эш алып барыусылармы?
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Аллаһы Раббым минең өммәтемде бер ҡасан да һаташыу-аҙашыуға йыймаҫ”, – тигән. Ошондай йыйындарҙа кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙән үрнәк алабыҙ, аят-доғалар уҡып, тәүбәләр ҡылабыҙ. Бында иман ҡеүәтләнеүенән башҡа бер нәмә лә юҡ.
Тере кешеләр аҙыҡҡа мохтаж булған кеүек, мәрхүмдәр доғаға ихтыяж кисерә. Әруахтарыбыҙ, бигерәк тә әүлиәләребеҙ беҙҙән бирелмеш доғалы булһа, тереләр ҙә ниғмәт, бәрәкәт алыр, ти, сөнки әүлиәләрҙең доғаһы был донъяла ла, теге донъяла ла ҡабул ҡылына, иншаллаһ.


Вернуться назад