Министр була яҙҙым...01.02.2013
– Һаумыһығыҙ, һеҙ Өфөнәнме? – Ҡунаҡхананың ишек төбөндә ултырған бәһлеүән мине күреү менән урынынан һикереп торҙо. “Эйе” тигәнде белдереп баш һелкеүем булды, ул йәһәт кенә телефон төймәләренә баҫҡыланы ла сымдың теге осондағыһына нимәлер тип шыбырланы. Секунд үттеме-юҡмы, бер бите ай, бер бите ҡояш кеүек ханым тып итеп ҡаршыма килеп баҫты.
Бит остарын уймаҡландырып:
– Һеҙҙе күптән көтәбеҙ, – тип ҡулымдағы портфелде эләктереп тә алды. – Әйҙәгеҙ, номерығыҙға оҙатып ҡуям.
Бүлмәгә ингәс, бер килке өнһөҙ ҡалдым. Әлә-лә-лә-л. Егерме йылдан ашыу хәбәрсе булып эшләп, әллә ниндәй ҡунаҡханаларҙа туҡталырға тура килһә лә, был тиклемде үк күргән юҡ ине. Хатта бөтәһен бәйнә-бәйнә һөйләргә һүҙ ҙә табалмам кеүек. Иҙәндә ҙур келәм. Телевизор елле. Ул кресло, ул диван кеүек йыһаз ҡиммәтле имәндән эшләнгән. Тәҙрәлә бөрмәләнеп-бөрмәләнеп торған пәрҙәләрҙең затлылығы!..
“Ҡояш” ханым хушлашыр алдынан йәнә телгә килде.
– Өйөгөҙҙәге һымаҡ хис итегеҙ. Юлда арып, талсығып бөткәнһегеҙҙер. Ана, һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлек һеҙҙең өсөн. Рәхәтләнеп ял итегеҙ.
Иң тәүҙә сайынып алайым тип йыуыныу бүлмәһенең ишеген асһам, ҙурлығына ах иттем. Джакузиҙа рәхәтләнеп йөҙөп алдым. Шкаф ҙурлыҡ һыуытҡыста ни генә юҡ: әллә нисә төрлө коньяк, ҡыҙыл, ҡара ыуылдырыҡ, тағы мин ғүмерҙә ауыҙ итеп ҡарамаған әллә нимәләр, хатта исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел.
Бер шешәне эләктереп сығарҙым да рюмканы кәктем. Унан — икенсеһен. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә ябай журналисты был ҡәҙәр яҡшы ҡаршыларҙар тип кем уйлаған? Бөтә тәнде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тойғоһо солғап алды. Бер аҙ серем итәйем тип башымды мендәргә терәүгә, телефон шылтыраны.
– Хәйерле көн! Һеҙҙе беренсе ҡаттағы ресторанда иртәнге ашҡа көтәбеҙ, -– тине наҙлы тауыш.
Ресторан! Командировкаға бирелгән өс тәңкә аҡсаны ябай ашханаға еткерһәң дә хуш әле. Былай ҙа алыҫ юлға йөрөгән һайын гелән үҙемдең өҫкә сыға. Нимә тип булһа ла яуап ҡайтарырға кәрәк бит. Уңайһыҙланып ҡына:
– Барып тормамдыр ул, ҡиммәтерәк булыр, – тинем.
– Юҡ, юҡ, һеҙҙең өсөн бөтәһе лә бушлай.
Ресторандың ишек төбөндә үк йылмайып ҡаршы алдылар.
– Хәйерле иртә! Әйҙәгеҙ, ошо өҫтәл артына ултырығыҙ.
Ул арала официант килеп баҫты.
– Нимәләр ашарға теләйһегеҙ? Ҡурылған тауыҡ, балыҡ, шашлыҡ… Хәҙер, бер секунд ҡына көтөгөҙ.
Күҙ алдында тигәндәй шаж-шож итеп төрлөһөн ҡыҙҙырҙылар. Әллә нисә төрлө салат, өрөк, емеш-еләк…
Тәмле итеп һыйланып, бүлмәмә ҡайтһам, әллә яңылыш килеп индемме тип бер килке аптырап торҙом. Тегеләй-былай ятып ҡалған мендәр-юрғандарҙы тәтәй итеп йыйыштырып ҡуйғандар, өҫтәлдә лә тәртип. Ну, мәскәүҙәр журналистарҙы хөрмәтләй белә бит!
Көндөҙ ҙә шундай уҡ хөрмәт күрһәттеләр.
– Хәйерле көн, төшкө ашҡа ресторанға рәхим итегеҙ.
Түшәк-мендәрҙәремде әҙерләп әүен баҙарына китергә йөрөгәндә генә телефон йәнә зырылданы. Был юлы әллә хәйерле кис теләне, әллә юҡ, шомло тауыш ҡәтғи яңғыраны.
-– Әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә йыя тороғоҙ, мин хәҙер киләм.
“Нимә булды?” тигән һорауым яуапһыҙ ҡалды. Тикмәгә ашыҡтырмайҙарҙыр. Ҡунаҡханаға шартлатҡыс-фәлән һалыуҙары ла бар. Мәскәүҙә гел генә шундай бер нәмә сығып тора бит ул. Ике-өс минут үттеме-юҡмы, сумкамды тултырып алғайным инде. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк, бәләһенән баш-аяҡ. Ул арала йөҙө йәмрәйгән ханым килеп инде лә:
– Әйҙәгеҙ минең менән, – тип артынан эйәртте. Үҙе һөйләнә:
– Өфөнән бер министр килергә тейеш ине, беҙ һине шуның менән бутағанбыҙ. Эләгер инде...
Хәҙер инде был бүлмәнең шөкәтһеҙлегенә хайран ҡалдым. Пәрҙәләр уңып бөткән, мөйөштә хан заманындағы боҙоҡ телевизор өңрәйеп ултыра. Бәҙрәфтең ишеге бына-бына аҡтарылып төшөргә тора. Иҙән ҡасан һуңғы тапҡыр буяу күргәндер? Тәҙрә ярыҡтарынан ел гөжөлдәй. Һалҡын бүлмәлә өшөп-туңып, көскә таң аттырҙым. Был юлы хәйерле иртә теләүсе лә, ресторанға саҡырыусы ла булманы...


Вернуться назад