Пермь хәбәрҙәре01.02.2013
Милли мәсьәләгә иғтибар арта

Губернатор ҡарамағындағы милли мәсьәләләр буйынса координация советына быйылдан Виктор Басаргин етәкселек итәсәк.
Губернатор үҙенең сығышында милли ойошмалар менән эште йәнләндереүҙең әһәмиәтенә баҫым яһаны. Быйылдан төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға сығымдарҙың өс тапҡырға күберәк бүленәсәген билдәләне, йәмғеһе был маҡсатҡа 45 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Милли ойошмаларҙың эшен йәнләндереү өсөн урындағы халыҡты йәлеп итеү кәрәклеген дә билдәләне етәксе.
"Пермь — беҙҙең йорт" музей проекты, губернатор призына үткәрелгән "Милләт-ара татыулыҡ һәм спорт ярыштары" спартакиадаһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла киләсәктә ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бүленәсәк.
Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Пермь крайы башҡорттары
ҡоролтайы рәйесе.


Изге эштәр симфонияһы

Чайковский исемендәге опера һәм балет театрында "Лукойл-Пермь" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторған социаль һәм мәҙәни проекттар конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Сара "Изге эштәр симфонияһы" исеме менән үтте. Конкурсҡа 1500 проект тәҡдим ителһә, шуларҙың 195-е еңеүсе булды. Араларында Пермь башҡорттары ҡоролтайының "Төньяҡ амурҙары" проекты ла бар.

Яңы китаптың исем туйы

Октябрьский районының Ишем урта мәктәбендә "Тормош матур" тигән шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте.

Яҡташтарыбыҙҙың 200-ҙән ашыу ижад емеше ингән был йыйынтыҡ — өсөнсө китап. ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған Фәнисә Батыршина төҙөгән йыйынтыҡҡа төрлө йәштәге авторҙарҙың шиғырҙары ингән. С. Камалиеваға, мәҫәлән, 83 йәш булһа, иң йәш автор А. Ғәзиеваға — 41. Пермь крайында төпләнгән милләттәштәребеҙ ижад иткән шиғырҙарҙың сираттағы баҫмаһын ҡулға алыуыбыҙға шатбыҙ.
Роза ХӘСӘНОВА,
хаҡлы ялдағы
уҡытыусы.


Тәьҫораттарға бай осрашыу

Барҙа гимназияһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһының делегацияһы менән йылы осрашыу булды.

Ҡунаҡтар беҙгә матур концерт ҡуйҙы. Республика конкурстарының күп тапҡыр лауреаты "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбленең, йәш йырсылар Юнир Һағынбаев, Рүзилә Ишмөхәмәтованың сығышын тамашасылар көслө алҡышҡа күмде. Ҡунаҡтар менән ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине тигән теләктә хушлаштыҡ.
Эльмарт УРАҘОВ.


Вернуться назад