Рәхимйән Вәлиев Бөрйән районында тыуған. 1949 йылда урта мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтында ситтән тороп белем ала.
1952 йылда армия сафына алына. Һалдат хеҙмәтенән башлап СССР Оборона министрлығының өлкән фән хеҙмәткәре дәрәжәһенә тиклем етә. Уның 70-тән ашыу ғилми хеҙмәте баҫылып сыға, шулар араһында ике монография ла бар.
1960 йылда Ҡытай оборона министрлығының үҙәк аппаратында ғилми советник булып эшләй. Әле хаҡлы ялда, ҡатыны Рабиға апай менән Тверь ҡалаһында йәшәй, ике улы Айвар менән Салауат хәрби белемле, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәйҙәр.
Урал тауы, Урал тауы,
Урал тауы ҡыҙҙары!
Һылыуҙарҙың да һылыуы,
Зифа буйлы, нескә билле
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Урал тау биҙәктәре лә,
Урал тау биҙәктәре.
Иҙел буйы, Иҙел буйы,
Иҙел буйы ҡыҙҙары!
Иҙел кисеп, һыуын эсеп үҫкән
Яҡты йөҙлө, нурлы күҙле
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Ағиҙел ынйылары ла,
Ағиҙел ынйылары.
Иҙел башы, Иҙел башы,
Иҙел башы ҡыҙҙары.
Сибәрҙәрҙең дә сибәре
Иҙел башта йырлап үҫкән
Оҙон сәсле, ҡыйғас ҡашлы
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Уралтау ҡурсаҡтары ла,
Уралтау ҡурсаҡтары.
Үҙән буйы, Үҙән буйы,
Үҙән буйы ҡыҙҙары!
Гүзәлдәрҙең дә гүзәле
Йүрүҙәндә уйнап үҫкән
Көләс йөҙлө, татлы телле
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Уралтау алмалары ла,
Уралтау хөрмәләре.
Дим буйҙары, Дим буйҙары,
Дим буйҙары ҡыҙҙары!
Былбылдарҙың да былбылы
Дим буйында йырлап үҫкән
Һөйкөмлө лә, яғымлы ла
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Урал һандуғастары ла,
Урал ҡарлуғастары.
Егеттәргә тынғы бирмәй
Урал тауы ҡыҙҙары.
Үҫеп етеп, сәскә атып,
Таң йондоҙо Сулпан кеүек
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Уралтау йондоҙҙары ла,
Уралтау йондоҙҙары.
Әҙәпле лә, тәртипле лә
Урал тауы ҡыҙҙары.
Ярата ла беләләр,
Һөйҙөрә лә беләләр,
Һөйөү менән һөйөлөүҙең
Тәртибен дә беләләр
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Ирҙәренә тоғро була
Урал тауы ҡыҙҙары.
Шаяндарҙы яҡынайтмай
Ҡыҙ намыҫын һаҡлай белә,
Үҙ бәхетен көтә белә
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Егеттәрҙе һайлай белә
Урал тауы ҡыҙҙары.
Ялҡауҙарҙы яратмайҙар,
Һарандарҙы йәр итмәйҙәр,
Көслөләрҙе үҙ итәләр
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Саф мөхәббәткә лайыҡлы
Урал тауы ҡыҙҙары.
Ирҙәренә тоғро булған,
Ҡыҙ намыҫын һаҡлай
белгән,
Үҙ бәхетен көтә белгән
Башҡортостан ҡыҙҙары.
Ҡулы оҫта, эшкә әрһеҙ
Урал тауы ҡыҙҙары.
Ирҙәрен ир итәләр,
Сабыйын да табалар,
Хәҙерге заманға лайыҡлы
Балалар үҫтерәләр.
Телгә лә бай, түлгә лә бай
Башҡортостан ҡыҙҙары.