Дәүләт теле бәләкәйҙән өйрәнелергә тейеш01.02.2013
Борон ата-баба ил-ҡәүемгә ҙур хәүеф янағанда, шулай уҡ бүтән төрлө мәсьәләне хәл итеү өсөн дә йыйын уҙғарған. Ысынлап та, ҡара-ҡаршы ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндә генә бер-берең менән яҡшы аңлашып, сиселмәҫтәй тойолған төйөндән ҡотолорға, уртаҡ фекергә килергә мөмкин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (артабан – БДБҠ) башҡарма комитетының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған ултырышы, ғәҙәттәгесә, халҡыбыҙҙың гимны – “Урал” көйө менән асылды. Ҡорҙо башлап, БДБҠ-ның башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев айырым ҡала һәм райондарҙа яңы һайланған ҡоролтай рәйестәре менән таныштырҙы.
Абруйлы йәмәғәт ойошмаһының дөйөм илдәге сәйәсәткә һиҙгер ҡарашы, үҙгәрештәрҙе ентекле күҙәтеп барыуы, үҙ фекерен ваҡытында белдереүе, шулай уҡ республикабыҙҙағы хәл-торошҡа битараф булмауы, әлбиттә, һәйбәт. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә һәм БДБ илдәрендә лә, мәҫәлән, Ҡаҙағстанда ҡоролтай ойошторолоуы һөйөнөслө. Румил Тәлғәт улы әйтеүенсә, оҙаҡламай Омск, Төмән, Томск, Кемерово, Иркутск һәм башҡа өлкәләрҙә тамыр йәйгән башҡорттар өсөн уртаҡ Себер йыйынын уҙғарыу күҙҙә тотола. Ә быйыл Пермь крайында, йәғни ғәйнә ырыуы ерендә федераль һабантуй үтәсәк – был турала ла ишетеп ҡыуандыҡ.
Арҙаҡлы ғалим Рәшит Шәкүрҙең: “Тел – милләттең тере йәне, йөрәк тибеше”, – тигәне хәтерҙән сыҡмай. Румил Аҙнабаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, мәғариф буйынса комиссия (рәйесе – Фәнзил Санъяров) тәҡдиме менән республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндәге район һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу комплекслы тикшерелгән. Маҡсаты – балаларға әсә телендә белем биреүҙе йәнләндереү. Федераль закондың проектын өйрәнгәндә фән эшмәкәрҙәренең, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең фекерҙәренә үҙҙәренекен дә ҡушып, Дәүләт Думаһы ҡарамағына тапшырыуға Бдбҡ башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев күп көс һалған. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо тәҡдимдәрҙең барыһы ла тиерлек мәғариф тураһындағы яңы Федераль законда сағылыш тапҡан. Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтярев ҡатнашлығында Өфөлә махсус кәңәшмә уҙғарылған, унда Бөтә донъя татарҙары конгресынан һәм Саха-Яҡут Республикаһынан да вәкилдәр ҡатнашҡан.
– Республикала дәүләт теле балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнелергә тейеш, – тине Румил Тәлғәт улы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был эш 2010 йылдың көҙөнән туҡтатылды, шуға күрә быйылғы 1 сентябргә тиклем һәр балалар баҡсаһында ошо мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙе хәстәрләйек. Мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу концепцияһын ҡайтанан ҡарап сыҡҡанда ла насар булмаҫ. Төбәк компонентын ҡулланыу-ҡулланмау мәсьәләһе – Мәғариф министрлығының иңендә. “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” кеүек мөһим предметтарҙы уҡытыуҙан тыш мәғариф буйынса дәүләт стандарттары буйынса ла ҙур эш башҡарыу бурысы тора.
Заманға мәғлүмәтле кеше идара иткән дәүер. Интернетта асылған “Башҡорт википедияһы”н күптәр бай мәғлүмәт сығанағы тип ҡабул ҡылды. Уны байытыуҙа ҡатнашыу – изге эш.
Ҡоролтай ҡарамағындағы “Бизнес-үҙәк” тә һәйбәт емештәре менән һөйөндөрә, милләттәштәребеҙҙе аҡса эшләргә өйрәтә. Бында булып, файҙалы кәңәш алғандан һуң байтаҡ кеше, айырыуса йәштәр, эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотоноп киткән.
Румил Аҙнабаев билдәләүенсә, Ырымбурҙағы “Каруанһарай” мәсете тирәләй тыуған ығы-зығы ла хәл итеүҙе көтә. Иман йортон урындағы дини ойошмаға биреү тураһында суд ҡарары бар, ләкин ниндәйҙер сәйер төркөм имам-хатип Хафизовтың эшенә аяҡ салып маташа.
Эскелеккә ҡаршы көрәш киләсәктә лә алып барыласаҡ, “Айыҡ ауыл” акцияһының дауам итеүе – шуға асыҡ миҫал.
Былтыр муниципаль район һәм ҡала округы Советтарына депутаттар һайланды, әммә ҡайһы бер урында исемлеккә бер генә башҡорттоң да үтмәүе башҡа һыймай, тине сығыш яһаусы. Быйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ, был тәңгәлдә айырыуса уяулыҡ һәм әүҙемлек талап ителә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ситкә һибелгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу – мөһим эштәрҙең береһе.
Фекер алышыуҙа сығыш яһаусылар, ғөмүмән, берҙәмлек, үҙ-ара теләктәш булыу, киләсәк быуын яҙмышын ҡайғыртыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
Ҡоролтай ҡарамағындағы Башҡорт халҡының телен, рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышының ҡарарынан өҙөк:
– Быйыл БДБҠ башҡарма комитеты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты менән берлектә башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлау проблемалары буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә;
– февралдә Башҡортостан Республикаһының туған телдәр байрамын уҙғарыуҙа ҡатнашырға;
– республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы менән берлектә теләге булған ватандаштарҙы Рәсәй Федерацияһының бүтән субъекттарынан да саҡырып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса түләүһеҙ курстар ойошторорға;
– яҙғыһын Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы менән берлектә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын үткәрергә;
– Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә алтаҡта, реклама һәм урам исемдәренең башҡорт телендәге дөрөҫ яҙылышын тикшереү маҡсатында даими рейд ойошторорға һәм был эште урындағы ҡоролтайҙарға ла тәҡдим итергә.