Беҙҙе бөгөн нимә борсой?01.02.2013
Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында ҡатнашҡан зыялыларыбыҙға бер генә һорау бирҙек: бөгөн башҡорт халҡын ниндәй мәсьәләләр борсой?
Шәмсулла ХӘБИБРАХМАНОВ, Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, 136-сы башҡорт лицейы директоры:
— Мәктәп директоры булараҡ шуны әйтәм: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бәйле мәсьәләне ҡуйырталар. Бының буйынса һуңғы арала төрлө мәсьәләләр күтәрелә. Әммә ул күберәге яһалма эшләнә. Башҡа директорҙар менән йыш аралашам һәм шуны әйтә алам: ата-әсәләр араһында башҡорт теле кәрәкмәй тип йөрөүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек! Мәктәптәрҙә был мәсьәлә күтәрелмәй, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу нормаға әйләнде. Барлыҡ ата-әсә исеменән бер бәләкәй генә хөсөтсөләр төркөмө Интернетта был теманы даими күтәрә, бынан ҙур проблема яһап ҡуйырта. Һәр милли республикала туған тел уҡытылырға тейеш. Яһалма проблема эшләмәйек. Ситтән ҡараусылар ысынлап көсләп уҡыталар икән тип уйлай, был беҙҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуя.
Лилиә СӘЛИХОВА,
Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары:
— Телде һаҡлап ҡалыу — бөтәбеҙҙең дә изге бурысы. Күп нәмә мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға бәйле. Әммә бөтә яуаплылыҡты уларға япһарырға ярамай. Төп тәрбиә өйҙә башланырға тейеш. Ата-әсә балаһы менән башҡортса һөйләшһә, илебеҙгә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләһә, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Райондың ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе булараҡ иһә, мине киләсәк быуындың тәртибе, эскелек кеүек проблемалар ҙа борсой. Ҡасабала эсеп йөрөүселәр бик һиҙелмәһә лә, ауылдарҙа был афәт осрай. Шуға күрә, башҡорттарым, айыҡ булайыҡ!
Хәлим ХӘЛИЛОВ,
Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе юғалтып ҡуймайыҡ тип хафаланам. Ҡайҙа ҡарама, башҡорт телен уҡытыу һүлпәнәйә. Эйе, милләт бөтөүен-бөтмәҫ, әммә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Бөтә донъя башҡорттарының III ҡоролтайында бик күп ҡарар ҡабул иттек, әммә бөгөн уларҙың күбеһе үтәлмәй, онотолдо. Халҡыбыҙға хас булған һүлпәнлек бар, был Ҡоролтай эшендә лә һиҙелә. Мәҙәниәткә ҡараш үҙгәрҙе, хәҙер хатта үҙебеҙҙең каналдар ҙа күберәк заманса тапшырыуҙарға өҫтөнлөк бирә. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларҙы онотһаҡ, балаларға ҡалдыра алмаһаҡ, киләсәктә бик үкенесле буласаҡ. Әүҙемерәк булайыҡ. Үҙем районда бейеү буйынса ике ансамбль ойошторҙом, башҡорт милли үҙәге астыҡ, фольклор ансамбле бар. Әммә дәүләттән дә матди ярҙам булһын ине. Былай ҙа тармаҡта эш хаҡы бәләкәй, унда мәҙәниәткә тоғро кешеләр генә эшләй.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Нефтекама ҡалаһы:
— Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалындағы башҡорт филологияһы факультетында эшләүсе уҡытыусы булараҡ әйтәм: мине тәү сиратта телебеҙ яҙмышы борсой. Төньяҡ-көнбайыш төбәктең ҡайһы ғына районын алып ҡараһаң да, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы күҙәтелә. Ә хәҙер был мәсьәлә юғары уҡыу йорттарына ла ҡағылды. Мәҫәлән, беҙҙең факультет ике йыл рәттән студенттар ҡабул итә алмай. Ни өсөн тигәндә, уҡыусылар сығарылыш кластарында Берҙәм дәүләт имтиханы бирә, ә беҙҙең вуз урыҫ әҙәбиәте һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итә. Уҡыусылар, ауыр тип, был предметты һайламай, ә беҙ урыҫ әҙәбиәтенән тыш үҙебеҙҙең факультетҡа ала алмайбыҙ. Шул бәкәлгә һуға. Төбәгебеҙ юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгестәренән ҡолаҡ ҡаға бит.
Нефтекамала башҡорт гимназияһы бар. Әлбиттә, унда телде бик төплө өйрәнәләр, ресурс үҙәктәре булдырылды. БДУ ла был йәһәттән эште йәйелдерергә тырыша, ләкин мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡарҙы. Мәҫәлән, Тәтешле, Борай яҡтарында, әйтеүҙәренсә, хатта бер-ике класс бергә уҡый, сәғәттәр шаҡтай кәмегән.
Мөнир НУРИСЛАМОВ,
Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Башҡорт ауылдарын һаҡлайыҡ! Иң мөһиме — мәктәпте ҡалдырыу. Мәктәп бөтмәһә — ауыл да йәшәйәсәк. Мин үҙем Оло Шаҙынан. Әле ҡоролтай тырышлығы менән беҙгә газ инде. Күрше башҡорт ауылдары Ҡалмаҙан менән Кесе Шаҙыға ла "Газпром" программаһы буйынса “зәңгәр яғыулыҡ” килде. Бында ҡоролтайҙың әһәмиәте ҙур булды. Беҙҙең ауылда ике ҡатлы мәктәп бар, уға ныҡлы ремонт яһалды, хәҙер мәҙәниәт йортон йүнәтергә кәрәк. Әле төп бурысыбыҙ — юлды эшләп бөтөү, 3-4 километр самаһы ғына ҡалды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, газ үткәс, ауылда йәштәр ҡалырға теләк белдерә, ошо арала ғына 15 йорт һалына башланы. Ауылдарҙы төҙөкләндерәйек, унда йәшәүҙе уңайлы итәйек.