Вирустарҙың бирешергә иҫәбе юҡ31.01.2013
Вирустарҙың бирешергә иҫәбе юҡҒинуар айы ҡыш миҙгелендә кемдең “хаким” булыуын яҡшы һиҙҙертте. Берсә ҡар юрғандары, өйөрмәле бурандары, берсә ыжғыр һыуыҡтары менән иҫтә ҡалған йыл башы һағындырыр әле...

Тик шуныһы: ошо осорҙа һәм яҙға табан киҫкен вируслы сирҙәрҙең ҡотороуы күптәрҙе аҡ миҙгелдең матурлығына һоҡланыуҙан, саңғыла елеүҙән, тәбиғәт ҡосағында булыуҙан ваҡытлыса мәхрүм итеүе кәйефте ҡыра. Эпидемик хәлдең торошо менән танышыу өсөн Өфөнөң Киров районындағы 1-се ҡала поликлиникаһына юлландыҡ.
...Биш ҡатлы поликлиниканың ишеге ябылмай ҙа тиерлек. Вестибюль ҡырмыҫҡа иләүе менән бер, халыҡ мыжғып тора. Регистратураның ике тәҙрәһендә лә пациенттар ҡабул иткәнлектән, оҙон-оҙон сираттар юҡ. Медицина маскалары менән “ҡоралланған” дүрт ҡыҙ ауырыуҙарҙы йәһәт кенә табиптарға тәғәйенләп оҙатып тора. Өҫтәүенә күп каналлы телефон аша шылтыратыуҙар ҡабул иткән диспетчерҙар, һәр кемдең һорауына аныҡ яуап биреүҙән тыш, табиптарҙы ауырыуҙың өйөнә саҡыртыу мәсьәләһен көйләй.
Киҙеү “миҙгеле” хөкөм иткәнен һәммә медицина хеҙмәткәренең вирустарҙан һаҡлаусы битлектәр кейеүенән дә яҡшы һиҙемләргә була. Пациенттар араһында Вирустарҙың бирешергә иҫәбе юҡла сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойғандар күренеп ҡала. Әммә әлегә беҙҙә ошондай хәүефле мәлдә һаҡланыу сараларын файҙаланыу ғәҙәте нығынмаған. Хатта беҙ, хәбәрселәр ҙә, вирус ояһына бер ниндәй “ҡоралһыҙ” килеп инеүҙән уңайһыҙлыҡ кисерҙек.
— Күреп тораһығыҙ, хеҙмәткәрҙәребеҙ ниндәй ҙур көсөргәнештә эшләй. Сират булмаһын өсөн регистратурала эшләүселәрҙең һанын арттырҙыҡ, — ти поликлиниканың баш табибы урынбаҫары Гөлнара Әсәҙуллина. — Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем халыҡты ҡабул итәбеҙ. Шәмбе лә — ҡыҙыу эш көнө. Участка врачтары өсөн әле айырыуса ауыр, яуаплы осор.
Баҡтиһәң, шундай күркәм, яҡты, яҡшы йыһазландырылған поликлиникала ла табиптарға ҡытлыҡ. 50 проценттан саҡ ҡына күберәк тәьмин ителгән. Бөтә уңайлыҡтар булдырылған, коридорҙарын гөл биҙәгән, лифты туҡтауһыҙ йөрөп торған, яҡшы ремонт яһатылған, ике дарыуханаһы булған медицина учреждениеларына ла йәш табиптар ағылмағас, ауыл ерендә медицина ярҙамына мохтаждарға ни эшләргә?
Тап ошондай ғәҙәти булмаған эпидемиялар осоронда аҡ халатлыларға ваҡыт менән иҫәпләшмәй икеләтә тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ һалып ауырыуҙарҙы ҡабул итергә тура килә.
Вирустарҙың бирешергә иҫәбе юҡ— Беҙ биләмәләге 28 меңгә яҡын кешегә медицина хеҙмәте күрһәтәбеҙ. Киҙеү эпидемияһы осоронда 600-гә яҡын ауырыу мөрәжәғәт итте. Алты пневмония осрағы асыҡланды, — ти баш табип Динар Вәлиуллин. — Сирҙе иҫкәртеү буйынса байтаҡ саралар башҡарҙыҡ. Белем биреү, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында вакцинациялау ойошторҙоҡ. 65 йәште уҙған өлкәндәргә лә прививка яһатылды. Поликлиникаға санитар эшкәртеү үткәрелеп тора, битлек кейеү режимына күстек.
Динар Рәхимйән улы әйтеүенсә, киҙеүҙең иң зарарлы, йоғошло осоро — ете көн. Ауырыу сирҙең билдәләрен тойоу менән (баш ауырта, кинәт температура күтәрелә, сөскөртә, йүтәлләтә, биҙгәк тота һәм башҡалар) өйгә табип саҡыртып, әйтелгән бөтөн кәңәште тотоп, дарыуҙарҙы ваҡытында эсергә тейеш. Ауырыған килеш эшкә йөрөү батырлыҡ түгел, ахмаҡлыҡ, тип тә киҫәтә табиптар, сөнки вирустарҙың өҙлөгөүҙәргә юлыҡтырыуы билдәле. Ябай ғына тойолған киҙеүҙең организмға ҙур зыян килтереүе, ҡолаҡты һаңғыраулатыуы, йөрәк, тын алыу ағзаларын зарарлауы ихтимал.
— Сир таралыу юғары нөктәһенә еттеме икән? Ҡасан хәүеф кәмейәсәк? — тигән һорауыбыҙға белгестәр асыҡ яуап ҡайтара алманы, сөнки мәсьәлә тәбиғәт көйһөҙлөктәренә лә, халыҡтың үҙ-үҙен тотошона ла ныҡ бәйле.
— Эпидемияның икенсе тулҡыны булыу ихтималлығын үҙ тәжрибәбеҙҙән беләбеҙ. Көн йылыта төшһә, вирустар йәнә ҡуҙғый башлай. Һәр хәлдә яңы “һөжүм”гә лә әҙерлек тейешле кимәлдә. Гәзит уҡыусыларға кәңәшебеҙ шул: ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ, танау ҡыуышлығын сайҡатып тороғоҙ, кеше күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ, һарымһаҡ менән “дуҫлашығыҙ”. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙең дә һеҙҙе вирустар “һөжүме”нән һаҡлап ҡалыуы мөмкин, — тине Гөлнара Нияз ҡыҙы.
Белешмә. Яңы йылдың дүрт аҙнаһында республикала киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм грипп сирҙәре менән 36 430 кеше ауырыған. Шуларҙың 59 проценты — 15 йәшкә тиклемге балалар. Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында сир кимәле 51,2 процентҡа күтәрелгән. Ғөмүмән, һәр йәш категорияһында ла сирлеләр артҡан. Гриптың — 44, шул иҫәптән Өфөлә 36 осрағы теркәлгән.
Ғинуарҙа вируслы инфекция һәм грипп менән сирләү кимәленең уртаса күп йыллыҡ кимәлдән 61,8 процентҡа юғары булыуы асыҡланған. Әйткәндәй, Рәсәйҙең баш санитар врачы Геннадий Онищенко белдереүенсә, бөгөн Башҡортостан — Рәсәйҙә ошо сир иң ныҡ таралған төбәк.


Вернуться назад