Һуңлап ҡалмаҫбыҙмы?31.01.2013
Совет власы йылдарында халыҡ үҙенән артҡан картуфын, итен һатып, бер аҙ аҡса эшләй ине. Йүнселерәктәр икешәр-өсәр баҡса тотто, аҙбар тултырып мал баҡты, ләкин баҙар иҡтисадына ҡоролған капитализмға аяҡ баҫыу менән ҡулланыусылар йәмғиәттәре, әҙерләү идаралыҡтары юҡҡа сыҡҡас, халыҡ артып ҡалған ризығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай.
Заман ауырлыҡтарына бирешергә теләмәгән күп ағай-эне умарталыҡтар асып ебәрҙе. Ата-бабанан ҡалған кәсеп бер кемгә лә ят түгел беҙҙә. Һәр ауылда элек-электән умарта тотҡандар бихисап булған.
Ләкин бының да үҙ ғилләһе бар. Иҡтисадсылар теле менән әйткәндә, республикала бал бөгөн кәрәгенән артыҡ етештерелә. Уны халыҡ ҡына алып бөтә алмай, ә әҙерләү, һатып алыу менән ауылдарҙа бер ойошма ла шөғөлләнмәй.
Башҡорт балының даны тотош донъяға таралған. Ул — Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы, милли бренды. Шуға ҡарамаҫтан, уға әллә ни иғтибар юҡ. Ниңәлер япма аҫтында үҫкән төрөк помидоры беҙгә килеп етә (уның боҙолоу ҡурҡынысы ҙур), ә оҙаҡ йылдар боҙолмай һаҡланған юғары сифатлы башҡорт балы ауыл ҡапҡаһынан да үтә алмай.
Дөрөҫ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар, умартасылар был тәңгәлдә ҡайһы бер аҙымдар яһай. Мәҫәлән, быйыл Янғантау баҙарында бер фермерҙың, балын төрлө ҙурлыҡтағы һауыттарға тултырып, үҙе һатыуын күрергә тура килде. Себер яҡтарынан, Ҡаҙағстандан автомобилдәрҙә килгән ял итеүселәр күпләп башҡорт балын алды, ләкин бөтәһе лә машина менән килә алмай бит.
Быйыл күптәр балын Себер, Силәбе, Екатеринбург яҡтарына алып барып һатты.
– Ул яҡтарҙа алтай балы тулған. Алтайҙыҡы тип ҡытай балын да һаталар. Хаҡы өс тапҡыр арзан, һата алмай ҡайттыҡ, – ти улар.
Уларҙың сифаты ла хаҡына ярашлы, беҙҙекенә етә алмай, ләкин был турала халыҡ белмәй.
Республикала махсус ойошма төҙөп, бал һатып алыуҙы ойоштороу, төрлө һауыттарға тултырып, донъя баҙарына сығарыу – көн талабы. Юғиһә, хәл шулай дауам итһә, беҙҙең балға ихтыяж булмаясаҡ.
Бөгөн хәлле генә умартасыларҙың һәр береһендә кәм тигәндә 40 – 50 феләк һатылмай ҡалған юғары сифатлы башҡорт балы бар.