Хеҙмәт юлын еңел генә башлау мөмкин түгел. Алға ҡыйыу атлау өсөн яныңдағыларҙың ярҙамы, кәңәштәре, ышанысы мөһим.
Ошо йәһәттән Нәзилә Мырҙаҡованың бәхетенә һоҡланырлыҡ. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Күмертауға эшкә ебәрелгән Баймаҡ ҡыҙын тәүге эш урынында ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Рухы ташып торған йәш белгесте ҡаланың 5-се мәктәбендә асылған башҡорт класына уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Әлегә тәжрибәһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, ныҡышмал, тәүәккәл Нәзилә Йыһангир ҡыҙы ең һыҙғанып эш башлай. Ә ҡаршылыҡтар ифрат күп, башҡортса дәреслектәрҙең етешмәүе айырыуса бәкәлгә һуға. Ата-әсә менән бер йүнәлештә эшләү, класс сәғәттәрен, йыйылыштарҙы даими үткәреү, һайлаған һөнәрҙе, туған телде мөкиббән яратыу үҙ емешен бирмәй ҡалмай — башҡорт класы яйлап аяҡҡа баҫа. "Ике йылдан, кейәүгә сығып, Яҡуп ауылына күсергә тура килде. Ә хеҙмәт юлымды башлаған урыҫ мәктәбендә башҡорт класының һаман да уңышлы эшләп килеүе — минең өсөн ҙур ғорурлыҡ", — ти Нәзилә Йыһангир ҡыҙы.
Яҡуп мәктәбендә ун йылдан ашыу башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндә лә, Күмертау авиация техник колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барғанда ла төп маҡсатына — йәш быуында телебеҙгә, милләтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә — тоғро ҡала рухлы педагог. Уҡыусыларының төрлө конкурс, олимпиадаларҙа яулаған ҡаҙаныштары — тырыш хеҙмәттең аныҡ дәлиле. Нәзилә Йыһангир ҡыҙы үҙе лә һөнәри бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша, алдынғы урындарҙы яулай.