Ярты быуатлыҡ тәжрибә14.12.2011
Күптән түгел Салауат педагогия колледжы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның коллективын, студенттарҙы республикабыҙҙың мәшһүр баҫмаһы, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған “Башҡортостан” гәзите лә ихлас ҡотланы. Әйткәндәй, күптән түгел был уҡыу йортонда ҡаланың барлыҡ башҡорт теле уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, студенттар менән гәзит вәкилдәренең эшлекле осрашыуы булғайны. Сарала баҫманың бөгөнгө торошо, йөкмәткеһе, унда күтәрелгән проблемалар буйынса етди һөйләшеү булды, аныҡ тәҡдимдәр әйтелде.
Салауат педагогия колледжы ярты быуат осоронда ете меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Улар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, танылған яҙыусылар һәм шағирҙар, журналистар бар. Әлбиттә, уҡыу йортоноң төп ғорурлығы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәрен йөрөтөүселәр.
Эшмәкәрлеге заман талаптарына тулыһынса яуап биргән колледж — күп уҡыу йортона өлгө. Уның педагогик коллективы 2008 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Бында сәләмәтлеге сикләнгән уҡыусылар, студенттар белем ала. Улар өсөн барса шарттар булдырылған. Йәштәр спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Быйыл Мәскәү ҡалаһында үткән ярыштарҙа Айнур Вәлиәхмәтов йүгереү буйынса өс алтын, бер бронза, ә Марат Сәйфуллин йөҙөү буйынса өс көмөш, бер бронза миҙалға лайыҡ булған.
Педагогия колледжында “Илһам” театр студияһы, “Бәләкәй даһи”, “Йәйғор” уҡытыу-етештереү фирмаһы эшләүе, Германия, АҠШ уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылыуы йәштәрҙең төрлө яҡлап үҫешенә ныҡлы булышлыҡ итә.
Ғ. СӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад