"Урал батыр" танылыу яулаймы, әллә төҫһөҙләнәме?31.01.2013
"Урал батыр" эпосы — милләтебеҙҙең рухи хазинаһы. Шундай әҫәребеҙ булғанға, сикһеҙ ғорурбыҙ. Ул хәҙер донъя кимәленә сыҡты тип әйтергә мөмкин: бер нисә телгә тәржемә ителеп, китап булып баҫылды.

Эпосыбыҙға йәш быуын да битараф түгел. Уларҙың араһында әҫәрҙе ятлау буйынса бәйгеләр ойошторола, еңеүселәр билдәләнә. Шуныһы мөһим: уны хәҙер 12 телдә ятлайҙар. Тимәк, рухи хазинабыҙ сит тарафтарҙа ла танылыу яулай. Ғорурланырлыҡ бит!
Әммә күптән түгел ишеткән һүҙ "миҙал"дың икенсе яғының барлығына ышандырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының телде һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү комиссияһы ултырышында күренекле ғалим, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр, "Урал батыр" эпосының төрлө телдә ятланыуы сәбәпле, баһаһының төшөү ихтималлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
— Әлбиттә, әҫәребеҙҙең киң таралыуы яҡшы, — тине ул. — Әммә, интернационализмға ныҡ бирелеп китеп, телдең сафлығы хаҡында онотоп ебәрәбеҙ түгелме? Мәҫәлән, "Ҡөрьән"де башҡортсаға тәржемә итһәк тә, аяттарҙы үҙебеҙҙең телдә уҡый алмайбыҙ бит. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеүе мөһим. Башҡорт телен нисек кенә яратһаҡ та, аяттарҙы ғәрәпсә уҡырға тейешбеҙ.
"Урал батыр" ҙа — Хоҙайҙан бирелгән изге әҫәр. Уны төрлө телгә тәржемә итеп, әһәмиәтен бөтөрәбеҙ түгелме? Өҫтәүенә, тотош донъяға грамотаһыҙлыҡ таратабыҙ. Әйтәйек, "эпосты бала төрөксә йәиһә инглизсә дөрөҫ, тап-таҙа һөйләне" тип әйтерлек эксперттар бармы?
Рәшит Закир улының борсоулы уйҙары күңелдә хафа тыуҙырмай ҡалманы. Эпосыбыҙҙы донъя кимәленә сығарабыҙ тип, ысынлап та, уға зыян килтермәйбеҙме? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта фекер алышайыҡ.


Вернуться назад