Ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законға ҡул ҡуйҙы. Өс йыл тирәһе йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә булған, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған документ, ниһайәт, әҙер булды. Ул быйыл 1 сентябрҙән көсөнә инә.
1992 йылғы Законды алмаштырған яңы ҡанун ниндәй үҙгәрештәр вәғәҙә итә? Халыҡтың теләк-тәҡдиме иҫәпкә алындымы? Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, белем алыу ябай халыҡ өсөн буй етмәҫлек кимәлгә күтәрелә тип борсолорға урын бармы, ул йәмғиәттең миҙгел һайын үҙгәреп торған талаптарына яуап бирәме, милли телдәрҙең киләсәктә уҡытылыуын һәм һаҡланыуын гарантиялаймы?
Барлыҡ ил ҡатнаштыҺәр хәлдә, яңы Законды властың сираттағы "тоҙағы" тип әйтеп булмай. Ул, ысынлап та, оҙаҡ әҙерләнде, халыҡтың фекер-тәҡдименә таянып төҙөлдө. Әйтәйек, проекттың Интернеттағы махсус сайтына 11 мең тирәһе аңлатма килгән, Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комитетына 600 меңгә яҡын граждан мөрәжәғәт иткән һәм 40 меңдән ашыу коллективтан хат алынған. Проектты тормошҡа ашырыуҙа йәмғиәттең дәррәү ҡатнашыуына ғәжәпләнәһе түгел: был документ Рәсәйҙә йәшәгән һәр дүртенсе кешегә, йәғни 40 миллион самаһы яҙмышҡа йоғонто яһаясаҡ. Илебеҙҙә 30 миллион тирәһе мәктәпкәсә йәштәге бала, уҡыусы, студент иҫәпләнә, бынан тыш, белем биреү һәм фән өлкәһендә ун миллионға яҡын кеше эшләй.
Гәзиттең былтырғы һандарындағы яҙмаларҙа әйтеп үтеүебеҙсә, Законды әҙерләүҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, мәғариф ойошмалары вәкилдәренән торған эш төркөмө лә яҡындан ҡатнашты. Улар тарафынан тәҡдим ителгән 17 төҙәтмәнең етеһе ҡабул ителеп, башҡалары положениеларҙы төҙөгәндә һәм раҫлағанда иҫәпкә алынды. Ғөмүмән, Башҡортостан ҡанунды әҙерләүгә өлөш индереү йәһәтенән төбәктәр араһында тәүгеләр рәтендә булды.
Ауылды үҫтерерҙәй көс бар Федераль законда иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне — хәҙер ауыл мәктәбен ябыу мәсьәләһендә урындағы халыҡтың фекере иҫәпкә алынасаҡ. Был беҙҙең милләт өсөн айырыуса һөйөнөслө. Әммә еңел тын алып, ҡәнәғәтлектән ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай: яңы ҡанун тыуҙырған мөмкинлектән файҙаланып, ауылдағы белем усаҡтарына иғтибарҙы көсәйтеү зарур. Был йәһәттән иң тәүҙә дистанцияла уҡытыуҙы киң йәйелдерергә кәрәктер. Заманса алым ауыл балаһына башҡа тиңдәштәре менән берҙәй белем алыу мөмкинлеген асһа, педагогтың даими үҫеше өсөн дә яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме — уҡыусы, әлеге кеүек көн дә юлда йөрөп, күп ваҡытын бушҡа сарыф итмәйәсәк, уҡырға теләге артасаҡ, ата-әсәнең дә күңеле тыныс буласаҡ.
Икенсенән, ауыл мәктәбендә һөнәрмәндәр әҙерләүгә ныҡлы тотоноу кәрәктер. Быны яңы Закон да ҡеүәтләй. Унда мәктәптә төп уҡыу программаһы менән берлектә һөнәри белем алыу мөмкинлеге хаҡында әйтелә. Башланғыс класты тамамлаған балаларҙы һәләте буйынса төрлө класҡа туплау рөхсәт ителә. Сығарылыш уҡыусыһына аттестат менән берлектә урта һөнәри белем алыуы хаҡында диплом да тапшырыласаҡ. Тимәк, ауыл балаһына мәктәпте тамамлағас та тыуған ерендә үҙ һәләте буйынса үҫешергә юл асыла. Мәҫәлән, малайҙарға — умартасылыҡ, балта оҫтаһы, игенсе, ҡыҙҙарға ашнаҡсы, тегенсе һәм башҡа ҡул хеҙмәте буйынса. Әлбиттә, бының өсөн мәктәптә сифатлы белем бирелеүе, үҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан, илһөйәр, рухлы оҫталарҙың эшләүе мөһим. Маҡсатлы, аныҡ йүнәлеш алып барғанда, һөҙөмтә ифрат һөйөнөслө булыр тигән ышаныс бар. Иң мөһиме шул — мәктәптә һөнәрмәндәр тәрбиәләп, милләтебеҙҙең ауылды тотоп торған көслө ҡатламын үҫтерә аласаҡбыҙ. Улар халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсеп-шөғөлөн, милли аш-һыуын тергеҙер һәм киң даирәлә танытыр ине, тигән ныҡлы өмөт тыуа. Яңы йүнәлеш шулай уҡ ауылдарҙы үҫтереү, үҙ продукциябыҙҙы киң таратыу ниәтендә күптән түгел булдырылған "500 ферма" программаһын ыңғай тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә отошло булыр ине. Ситтә урын тапмай йөрөгәнсе, үҙ ереңдә солтандай йәшәү яҡшыраҡ түгелме?
Яңылыҡтар өмөтлө күренә Документта мәғариф хеҙмәткәрҙәренең матди хәлен нығытыуға ҙур иғтибар бүленгән. Педагогтар төбәк иҡтисадындағы уртаса эш хаҡы менән тәьмин ителәсәк. Ҡыҙыу бәхәстәр үҙ һөҙөмтәһен биргән: ауыл уҡытыусыларының торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләүҙәге льготалары һаҡланған.
Ҡанунда "педагогтың мәнфәғәттәре бәхәсе" тигән яңы төшөнсә бар. Аңлатыуҙарынса, уҡытыусы, үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртып, уҡыусыһы өсөн түләүле репетитор була алмай. Закон рөхсәт итмәй. Уҡыусы үҙе бик теләһә лә, педагог һорауҙы кире ҡағырға тейеш — был уның әхлаҡи бурысы.
"Инклюзив белем биреү" тигән яңы төшөнсә айырым пунктта сағылыш таба. Сәләмәтлеге сикләнгән балаларға үҙҙәрен тулы хоҡуҡлы итеп тойоп, сифатлы белем алыу шарттары тыуҙырылған уҡыу йорттары асыласаҡ. Әле инклюзив уҡыу программаһы индерелгән мәғариф учреждениелары байтаҡ. Директорҙары әйтеүенсә, айырым иғтибар талап иткән уҡыусы өсөн бүленгән аҡса башҡаларҙыҡына ҡарағанда ике-өс тапҡырға күберәк булырға тейеш. Мәскәүҙә, мәҫәлән, бындай норматив бюджетҡа һалынған. Сәләмәтлеге сикләнгән баланың диагнозына ҡарап, уның өсөн 240 мең һумдан алып 360 мең һумға ҡәҙәр аҡса бүленә. Был сығым уҡыусының мәктәпкә яраҡлашыуына, үҫешенә ыңғай булышлыҡ итә.
Закондағы тағы ла бер яңылыҡ — "Уҡыусыларҙы дисциплинаға йәлеп итеү тәртибе" тигән пункт. Унда балаларҙың белем биреү программаларын билдәләнгән ваҡытҡа ҡәҙәр үҙләштермәүе, уҡыу планының үтәлмәүе ҡағиҙәне тупаҫ боҙоу һанала. Шулай уҡ белем биреү ойошмаһына иҫерек килеш йәки наркотик тәьҫирендә килеү, ауыр енәйәткә, административ яуаплылыҡҡа тартым эшмәкәрлек ҡылыу, әхлаҡһыҙлыҡ, башҡаларға насар йоғонто яһау кеүек күренештәр өсөн дә төрлө яза биреү ҡаралған.
Документта белем биреү учреждениеһының, уҡыусыларҙың, ата-әсәнең, педагогтарҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары, бурыстары аныҡ билдәләнгән, тимәк, быға ҡәҙәр аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырған ҡайһы бер мәсьәләләр яйға һалыныр тигән ышаныс бар.
Әҙерлек бүлегенә рәхим ит!Юғары белем алыу тармағында ла байтаҡ үҙгәреш көтөлә. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса ҡабул итеү дауам итәсәк, был һынауҙың көсө биш йылға тиклем һаҡлана.
Абитуриенттар өсөн шундай яңылыҡ бар: икенсе йылдан юғары уҡыу йорттарына инеү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Ҡабул ителгәндә өҫтөнлөктән файҙаланған күп йәштәр өсөн төп ташлама шул — улар элекке кеүек I курсҡа алынмай, ә уҡыу йортоноң түләүһеҙ әҙерлек бүлегенә инә. Әммә был льгота бер тапҡыр ғына бирелә. Яңы алым уйланырға урын ҡалдырһа ла, уның ыңғай яғын билдәләмәү мөмкин түгел: БДИ-ла ғәҙел булмаған юл менән юғары балл йыйған йәштәрҙең белем кимәлен асыҡлау мөмкинлеге тыуасаҡ.
Юғары уҡыу йортона инеүҙә ташламаға дәғүә итеүселәрҙең кәмеүе көтөлә. Инвалид балалар өсөн квоталар булдырыласаҡ. Шулай уҡ түләүһеҙ әҙерлек бүлегенә алғанда етемдәр, тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр, хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары өҫтөнлөктән файҙаланасаҡ.
Былтыр юғары уҡыу йорттарына мониторинг үткәрелеп, ҡайһы берҙәренә бирелгән түбән баһа ғәжәпкә ҡалдырғайны. Белеүегеҙсә, беҙҙең Башҡорт дәүләт аграр, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеттары ла “ҡара исемлек”кә инде. Төбәк мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшләгән мәғариф учреждениеларына ошондай баһа халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырмай ҡалманы, төрлө бәхәскә килтерҙе. "Ниңә дәүләткә ҡараған белем усаҡтары ғына тикшерелгән?" тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне. Яңы Закон был йәһәттән үҙ ҡарарын сығарған: хәҙер мониторингта барлыҡ юғары уҡыу йорттары ла ҡатнашасаҡ.
Эй, туған тел... I класс уҡыусыһына яңы мөмкинлек асыла — ул йортона яҡын урынлашҡан мәктәпкә ҡабул ителеү хоҡуғына эйә. Был йәһәттән республикабыҙ ҡалаларындағы милли белем усаҡтарының яҙмышы хафаға һалмай ҡалмай. Уларға эргә-тирәһендә йәшәгән башҡа милләт балаларын күпләп ала башлаһалар, мәктәптең йөҙө үҙгәреп, ғәҙәтигә әйләнмәҫме? Туған телебеҙ сираттағы был һынауҙы күтәрә алырмы?
Борсоулы уйҙарҙы яңы Закондың "Белем биреү теле" тип аталған 14-се статьяһында яҙылғандар таратып ебәргән кеүек. Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларына, урындағы ҡануниәткә ярашлы, төбәктең дәүләт телдәрен уҡытыуҙың, өйрәтеүҙең индерелә алыуы хаҡында әйтелә. Әммә был эш илдең дәүләт телен үҙләштереүгә зыян килтерергә тейеш түгел.
Статьяла шулай уҡ Рәсәй граждандарының мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белемде туған телендә алыу, шулай уҡ уны мәғариф ҡануниәте билдәләгән мөмкинлектәргә ярашлы өйрәнеү хоҡуғына эйә булыуы тураһында әйтелә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн тейешле белем биреү ойошмалары, кластар, төркөмдәр һәм шарттар булдырыу мөһимлеге билдәләнә.
Шул уҡ ваҡытта тел яҙмышын дәүләткә генә тапшырып, үҙең был йәһәттән ҡыл да ҡыбырҙатмай, аҙаҡ, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған мәлдә, ғәйепте фәҡәт властан эҙләй торған холоҡто ташларға ваҡыттыр. Телде үҫтереү ғаиләнән башлана, тип юҡҡа ғына тылҡымай зыялыларыбыҙ. Ошо хәҡиҡәтте һәр кем ныҡлы аңлап, йәшәү рәүешенә әйләндерһә, күп мәсьәлә ыңғай хәл ителер тигән ышаныс бар.
Федераль закон мөмкинлектәргә юл асҡан саҡта үҙ йүнебеҙҙе күрергә ашыҡмай, битараф ҡалһаҡ, бирелгән хоҡуҡтарҙан ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал. Шуға милләттәштәребеҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен ваҡытында әйтеп ҡалһын ине. Аҙаҡ һуң булыуы бар.
Венера ВӘЛИЕВА, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары:— Элеккеһе менән сағыштырғанда, яңы Законда әллә ни ҙур яңылыҡ юҡ, тип әйтергә мөмкин. Әммә үҙгәреш байтаҡ. Яңы ҡанунда төп иғтибар тәрбиәгә йүнәлтелгән. Элек, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған осраҡта, күпселек ата-әсәнән "Мәктәп нимә ҡарай икән?" тигән дәғүә ишетә инек. Хәҙер бындай етешһеҙлектәрҙе булдырмау йәһәтенән ата-әсәнең үҙенә лә ҙур бурыс йөкмәтелә: улар белем усағының эшмәкәрлегендә ҡайнап йәшәргә тейеш. Балаға ғаиләлә белем алыу мөмкинлеге лә асыла.
Элек уҡыусылар бер мәктәптән икенсеһенә ғариза яҙып ҡына күсә алды. Хәҙер талап юғарыраҡ: был эшкә опека органдарының да ризалығы кәрәк буласаҡ.
Дәүләт телдәренә һәм туған телдәргә килгәндә, уларға яңы Законда ҙур урын бирелгән. Тимәк, был норматив хоҡуҡтарҙы үҙ ҡануниәтебеҙ менән нығытыу бурысы тора. Ғөмүмән, әле документ Мәғариф министрлығы тарафынан ныҡлап өйрәнелә. Ҡайһы бер пункттар тормошҡа ашырыла башланы ла инде.
Резеда БАЯЗИТОВА, хужабикә, Учалы районы:— Һуңғы йылдарҙа заман елдәренең ауылдарға айырыуса ныҡ ҡағылыуы сәбәпле, хәҙер ҡанундарға битараф ҡалыу мөмкин түгел — яңы Закон менән дә ниндәйҙер кимәлдә танышмын. Белеүемсә, урындағы белем усағын ябыу мәсьәләһе килеп тыуғанда, халыҡтың фекере иҫәпкә алынырға тейеш. Ошо йәһәттән бер һорау тынғылыҡ бирмәй: быға тиклем ҡулайлаштырыуға эләккән мәктәптәрҙе яңы Закон нигеҙендә тергеҙеү мөмкинме икән?