Берҙәмерәк булыу шарт31.01.2013
Берҙәмерәк булыу шартБашҡортостан профсоюздарының һәр предприятиела профсоюз ойошмаһы булдырырға саҡырыуы юҡҡа түгел. Әлегә эш урындарында имгәнеү, ҡазаға тарыу осраҡтары кәмемәй. Ә ҡайҙа профсоюздар — шунда хеҙмәткәрҙәр яҡлаулы, ниндәй генә сетерекле хәл тыуһа ла, таяныстары ныҡлы.

Ошо көндәрҙә республика Профсоюздар федерацияһы аппаратынан эшсе төркөм Мәләүез ҡалаһына сәфәрендә хеҙмәткә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә менән танышты. Белгестәр, хакимиәттең идаралыҡ һәм бүлек етәкселәре менән осрашыуҙан тыш, "Водоканал", "Һыра заводы", "Ит комбинаты", "Кирбес заводы", "Башавтотранс" кеүек ҙур предприятиеларҙа булды.
Профсоюз вәкилдәрен хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары, уларҙың аттестацияланыуы, дәүләт стандарттарын күҙәтеү, идара итеүҙә яңы стандарттар индереүгә әҙерлек, хәүефһеҙлек сараларының күрелеүе һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарына бәйле көнүҙәк проблемалар ҡыҙыҡһындырҙы.
Әле Мәләүез районындағы предприятиеларҙа 19 мең кеше эшләй, һигеҙ меңдән ашыуы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы комплекстарында, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларында 15 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштергән профсоюз ойошмаһы бар.
Шул уҡ ваҡытта, хакимиәттең тәҡдименә ҡарамаҫтан, ҡалалағы 13 предприятие һәм йәмғиәт үҙҙәрендә профсоюз ойошмаһы булдырырға ашыҡмай.
Ике көнлөк эш сәфәре тантаналы сара менән тамамланды — райондағы иң яҡшы профсоюз хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау грамотаһы һәм отличие билдәһе тапшырылды.


Вернуться назад