Иҫәнғолдоң Еңеү паркында золом ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Сарала район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, мосолман халҡы исеменән “Рәйес” мәсете имам-мөхтәсибе Фәрит Вәлиев, христиандар исеменән Олег Хамин сығыш яһаны.
Ейәнсура башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов тәүҙә урындағы типографияла баҫтырылған, сәйәси золом ҡорбандарына бағышланған китап менән таныштырҙы.
— 1937–1938 йылдарҙа Ейәнсуранан 330 кеше һөргөнгә китеп, күптәре йәнтөйәккә ҡайта алмай, — тине Рәшит Ғәле улы. — Исемлектә 97 урыҫ, 17 татар, ҡалған 200-ҙән ашыуы башҡорт була, шуларҙан 63 кеше иң юғары язаға — атырға хөкөм ителә. Атылғандар араһында республиканың күренекле кешеләре, яҙыусы Булат Ишемғол, Башҡортостан Хөкүмәтенең тәүге етәкселәре Юныс Бикбов, Сөләймән Мырҙабулатовтың исемдәре бар. Ике йыл элек сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһының район ойошмаһы төҙөлдө. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә ошо йәһәттән саралар үткәрелә. Ҡайһы бер ауылдарҙағы (мәҫәлән, Ҡарабәрҙелә) иҫтәлекле стелаларға репрессияланған ауылдаштарҙың исемлеге яҙылды. Алда торған бурысыбыҙ — нахаҡҡа ғәйепләнгән һәм хөкөм ителгәндәр иҫтәлеген мәңгеләштереү, ғаиләләре, туғандары яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу, мәғлүмәттәрҙе мәктәп коллективтарына еткереү. Үкенескә ҡаршы, сәйәси золом ҡорбандарының балалары бөгөн үҙҙәре сал сәсле һәм көндән-көн әҙәйә бара. Былтыр һәйкәл асырға, китап сығарырға бурыс ҡуйғайныҡ, бөгөн был мәсьәләләрҙе хәл иттек тип уйлайым.
— Ни өсөн ил етәкселегенә репрессия кәрәк булған һуң? — тип башлап китте һүҙен кисәге хәрби Ҡасим Янбаев. — Берҙән, Беломорканалды төҙөргә, Себерҙә урман ҡырҡырға арзан эшсе ҡул кәрәккән. Икенсенән, ҡурҡып йәшәгән халыҡ менән идара итеүе лә еңел булған. Бына, мәҫәлән, Мәскәүҙән меңәр саҡрым ятҡан Бикбирҙе ауылындағы кешеләрҙең сәйәсәткә ни ҡыҫылышы булһын инде? Ҡорманғол Ильясов, Мөхәммәтсафа Ильясов, Зәйнетдин Мирасов муллалар хөкөмгә тарттырылған. Ҡорманғол мулла — ҡартатайымдың бер туған ағаһы, батша армияһында биш йыл хеҙмәт иткән, Ырымбурҙа Хөсәйениә мәҙрәсәһендә уҡыған, Өфөгә махсус саҡыртылып, Үрге һәм Түбәнге Бикбирҙе ауылдарына указлы мулла итеп тәғәйенләнгән заманында.
Хеҙмәт ветераны, кисәге уҡытыусы Булат Аҡманов та әсенеп һөйләне ил тарихындағы “ҡара” йылдар тураһында:
— Халҡыбыҙ золом ҡорбандарын онотмай. 1995 йылда беҙҙең Байышта ауыл тарихы буйынса эшләнгән ҙур стендта нахаҡтан ғәйепләнгән ете кешенең исем-шәрифе урын алды. Уларҙың береһенә лә тыуған тупраҡҡа ҡабаттан баҫыу насип булманы, 1989 йылда ғына һәммәһе лә аҡланды. Бөгөн ошо урында золомға дусар булған райондаштарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асыу — бик сауаплы эш.
Район ветерандар советы рәйесе Рәшит Бикбаев йәштәрҙе тарихты бар дөрөҫлөгөндә ҡабул итергә һәм һәйкәлдәргә илткән һуҡмаҡтарға саң ҡундырмай йөрөргә, иҫтәлектәрҙе хөрмәтләргә саҡырһа, золом ҡорбанының улы Һибәт Рамаҙанов 37-се йылда хөкөм ителгән атаһының 15 йыл Себерҙә урман ҡырҡыуҙа йөрөп ҡайтып, ауылда эшләп, балаларын аяҡҡа баҫтырып, 80 йәште уҙып вафат булыуы хаҡында һөйләне.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бер кеше лә сараны ташлап китмәне, тын ҡалып торҙо. Һәйкәлдәр мәрхүмдәр өсөн генә түгел, улар тереләргә бөгөнгө тыныс тормоштоң яҡты яҡтарын күберәк күреп, ҡәҙерен белергә саҡыра кеүек.
Әнисә БИКТАШЕВА.