Гөрләтеп донъя көтәләр30.01.2013
Мәктәп — ауылды ауыл итеп тотҡан төп ойошмаларҙың береһе. Белем усағы булмағандарының киләсәге ҡараңғы. Беҙҙең яҡтарҙа халыҡ, заман ғәрәсәттәрен еңеп, һәүетемсә генә йәшәүен дауам итә. Бер кем дә аслыҡтан да, яланғаслыҡтан да бөлмәгән. Хәйер, елкәһе булып, мал-тыуарын аҫраған, картуфын, йәшелсәһен үҫтергән кеше элек-электән көрсөктөң нимә икәнен дә, реформаларҙың ниҙән ғибәрәт булыуын да белмәйенсә, һин дә мин йәшәй биргән.
Иҙәштәрҙең дә көнитмешенә ҡарап, шөкөр тиергә ҡала. Бында мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына 156 кеше йөрөй. Кескәйҙәрҙе лә иҫәпкә алһаң, Иҙәштең киләсәктә гөрләйәсәгенә ышаныс ҙур. Иң мөһиме — ауылды берләштереп, туплап торған мәктәпкә ябылыу янамай.
Мәктәп директоры Рәзилә Ураҡаева һөйләүенсә, ете генә малай һәм ҡыҙ йөрөгән балалар баҡсаһы ҡасандыр ябылған, әммә ата-әсәнең үтенесе буйынса бынан бер нисә йыл элек тағы асылған.
Сабыйҙарҙың артыуына ҡыуана Рәзилә Ирек ҡыҙы. Әлбиттә, ауырлыҡ менән көн күргән ишле ғаиләләр ҙә бар, әммә мәктәп, балалар баҡсаһы ундайҙарҙың хәлен аҙмы-күпме еңелләштерә. Мәҫәлән, ишле ғаиләләрҙәге 64 уҡыусы, мәктәпкә тиклемге төркөмгә йөрөгән 12 баланың туғыҙы ашханала бушлай туҡлана.
Әйткәндәй, уҡытыусылар ата-әсәләр комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары, ауыл старостаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәсет менән берлектә тәрбиәүи-мәҙәни эштәр алып бара. Төнгө дежурлыҡты, ауылды төҙөкләндереүҙе, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Шәжәрә", "Һылыуҡайҙар", “Иҙәш һандуғастары", Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын, Оло йәштәгеләр көнө айҡанлы сараларҙы улар ойоштора.
Иҙәштәрҙең күпләп мал аҫрауын, йүнселлеген, күптәренең кәсеп итеүен дә билдәләргә кәрәк. Шәхси магазиндар, пилорама, теплицалар бар, йылдан-йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта. Һәр ихатала тип әйтерлек машина йә трактор тора, шуға ла бесән әҙерләү, уны ташыу, картуф баҡсаһын һөрөү кеүек ғәмәлдәр проблема түгел. Шәл бәйләп, бол табыусы ғаиләләрҙе айырым-айырым күрһәтеүҙең кәрәге юҡ, сөнки был яҡтарҙа ҡул эше белмәгән кеше һирәк. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр Себер, Мәскәү, Ырымбур тарафтарына китеп аҡса таба. “Ергән” МТС-ының урындағы бүлексәһендә эшләүселәр ҙә байтаҡ.