Кеше ғүмерендәге иң дәртле һәм матур саҡ йәшлек осорона тура килә. Күңелле студент йылдары, шау-гөр килгән ятаҡ тормошо, сессиялар һәм, әлбиттә, стипендия алған мәлдәр... Кем генә был осорҙо һағынмай икән?!
Күңелгә мәңгелеккә уйылып ҡалған хәтирәләргә кадрҙар ҙа өҫтәлһә... Хәйер, юғары технологиялар заманында йәшәйбеҙ, һәр кем иҫтәлекле минуттарҙы фотоға йә видеоға төшөрә ала. Был йәһәттән Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттарына көнләшергә генә ҡала. Күптән түгел төбәктәге уҡыу йортонда мәғариф усаҡтары араһында тәүгеләрҙән булып студент телевидениеһы үҙ эшен башланы. Тимәк, институт директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов үҙенең замандан бер аҙым алда барыуын йәнә иҫбатлап, йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерҙе. Әйткәндәй, бындағы нәшриәт-редакцияла “Юлдаш” гәзите электән сығып килә.
Студия етәксеһе Рәүилә Хәсәнова әйтеүенсә, һәләтле ижади коллектив һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла – студент, ҡайһылары үҙҙәре йәшәгән ҡалала телестудияла эшләп тә өлгөргән. Мәҫәлән, Белореттан килгән Радмир Иванов (педагогия факультеты) менән Урал Әбдрәхимов (технология факультеты) телевидениела ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Шулай уҡ оператор Никита Фучко, хәбәрсе Эльвира Рәхмәтуллина (математика факультеты), дикторҙар Айгөл Йәнтүрина (педагогия факультеты), Рәсимә Әбдрәхимова (филология факультеты) ҙур теләк менән эшкә тотонған. “Позитив” тип аталған телестудияла студенттарҙың авторлыҡ программаларынан, институт кимәлендәге яңылыҡтарҙан тыш, ҡотлауҙар, һауа торошо тураһында мәғлүмәттәр эфирға сығасаҡ.
Институт етәкселеге кәрәкле ҡоролмаларҙың барыһын да һатып алған. Бер нисә проект тормошҡа ашырылған. Студент телевидениеһын ҡарап, күҙәтеп барһындар өсөн һәр факультет коридорына телевизорҙар беркетелгән. «Зәңгәр экран»дан күрһәтелгән сюжеттарҙа төп геройҙарҙың, йәғни уҡытыусылар менән бер рәттән студенттарҙың да булыуы – икеләтә ҡыуаныс. Кем белә, бәлки, улар араһынан киләсәктә республикабыҙ өсөн бынамын тигән тележурналистар үҫеп сығыр. Республикалағы иң йәш “Позитив” телестудияһының сайты ла асылған. Шуныһы ҡыуаныслы: теләге булған һәр кем Сибай институтының студент телевидениеһы тапшырыуҙарын Интернет селтәрендә күҙәтеп, тәҡдимдәрен еткерә ала.