Уларға ниңә арттыралар?30.01.2013
Уларға ниңә арттыралар?“Эшләүсе пенсионерҙарға быйыл 1 августан пенсияны арттырыуҙары барыбыҙға ла мәғлүм. Ни өсөн уларға арттыралар һуң, былай ҙа пенсияһын да, эш хаҡын да алалар бит?!” – тип шылтыраттылар редакцияға.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, эшләүсе пенсионерҙарға пенсия фондына страховка иғәнәһе (взносы) күсереүҙә закон нигеҙендә йылына бер тапҡыр төҙәтмә индереү ҡаралған. Ә страховка иғәнәһен эш биреүсе түләй. Эшләмәүсе пенсионерҙың, тәбиғи, страховка иғәнә түләтерлек ойошмаһы юҡ.
Башҡортостанда бөгөн йәмғеһе 1 миллион 75 мең пенсионер иҫәпләнһә, шуларҙың 23 проценты эшләүен дауам итә.


Вернуться назад