Ҡайһы райондарҙа күберәк эсәләр?30.01.2013
Ҡайһы райондарҙа күберәк эсәләр?Рәсәйҙә лә, Башҡортостан өсөн дә эскелектең милли фажиғәгә әүерелеүен инҡар итергә маташыусылар юҡтыр, тип уйлайым. Ләкин йәшәү рәүеше бөтөн урында ла бер түгел, шуға күрә мин тәғәйен һорау бирмәксемен: республиканың ҡайһы район һәм ҡалаларында эскеселәр күберәк?
Ф. Усманов,
Учалы районы.


Был мәсьәлә буйынса 2012 йылғы мәғлүмәттәрҙе табып булманы. Бәлки, уларҙы әҙерләп өлгөрмәгәндәрҙер ҙә. Ә 2011 йылды алып ҡараһаҡ, Ҡулланыу хоҡуғының һәм кеше именлегенең яҡланыуын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Роспотребнадзор) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, был осорҙа республикабыҙҙа һәр 100 мең кешегә иҫәпләгәндә алкоголь ҡулланыуға бәйле 568 үлем осрағы теркәлгән. Был 2007 йылға ҡарағанда 1,4 тапҡырға күберәк! Эсеп үлеүҙең 47,5 проценты алкоголь менән осраҡлы ағыуланыуға, 30 проценты алкоголь кардиомиопатияһы тигән сиргә, 18,5 проценты эсеү арҡаһында бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе шешеүгә, 1,8 проценты хроник алкоголизмға, алкоголь психозына һәм нервы системаһы дегенерацияһына ҡайтып ҡала. Был сәбәптәр арҡаһындағы үлем осраҡтары һуңғы йылдарҙа күбәйә төшкән. Алкоголь йоғонтоһонда бауыр шешеүҙән үлем осраҡтары, мәҫәлән, ике тапҡырға артҡан.
Ошо уҡ йылда республика буйынса һәр 100 мең кешегә иҫәпләгәндә 2 292 хроник алкоголизм осрағы теркәлгән. Был күрһәткестең иң юғарыһы – Стәрлетамаҡ районына (243 осраҡ), иң түбәне Шишмә районына (11,5) тура килә. 29 район һәм ҡалала был күрһәткес республика кимәленән юғарыраҡ. Шул иҫәптән Көйөргәҙе, Мәсетле һәм Ҡалтасы райондарында был сир республика күрһәткесенән ике тапҡырға ашып китә.
Алкоголь психозы. Был осорҙа 2010 йыл менән сағыштырғанда беренсе тапҡыр сирләүселәр 1,1 тапҡырға артты. 17 район һәм ҡалала тәүге тапҡыр сирләү осраҡтары республика буйынса кимәлдән күберәк. Шул иҫәптән Благовещен районында ул ошо кимәлдән өс тапҡырға, Белорет ҡалаһында – 2,7 тапҡырға, Стәрлетамаҡ районында 1,7 тапҡырға юғарыраҡ.


Вернуться назад