Рәсәйҙә байрамдар бик күп. Календарҙағы ҡайһы көнгә төртһәң дә, йә ниндәйҙер юбилейға, йә профессиональ датаға эләгәһең. Ғинуарҙың яртыһын тиерлек эшләмәйбеҙ, артабанғы көндәр ҙә шул ял итеп өйрәнгән ғәҙәт буйынса үтә. Кемдәрҙер хатта Яңы йылды иҫке стиль менән, йәғни 14 ғинуарҙа ҡаршылауҙы ла байрам тип иҫәпләй һәм туйғансы эсеп ҡалырға тырыша. Байрамдар һанын кәметергә уйламайҙармы икән?
Л. Сәғәҙиева.
Ишембай районы.
Киреһенсә, быйыл беҙҙе яңы байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр көтә. Быйылғы 20 ғинуарҙан Рәсәй, 37 сит илдән күрмәксе, Халыҡ-ара ҡар көнөн байрам итә башланы. Шулай уҡ 1 август Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған Рәсәй яугирҙәрен иҫә алыу көнө тип билдәләнә башлаясаҡ. Бынан тыш, Рәсәйҙең Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы – сентябрҙең икенсе шәмбеһен Һунарсылар көнө тип байрам итеү, ә Мәскәү ҡала хакимиәтенең ғаилә сәйәсәте департаменты 19 июндә Атайҙар көнөн билдәләү тураһындағы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
Яңы йылды иҫке календарь буйынса рәсәйҙәрҙең 52 проценты билдәләй икән. “Левада-Үҙәк” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең илдә эреле-ваҡлы байрамдарҙы ла яраталар. Ашҡаҙаны ныҡ һәм кеҫәһе ҡалын булғандар хатта Яңы йылды 10 февралдә Ҡытай календары буйынса ла ҡаршылай. Ниндәй байрамды күпме рәсәйле билдәләүе түбәндәге диаграммала күрһәтелгән.