Фронтта бирешмәгән дә ул…30.01.2013
Фронтта бирешмәгән дә ул…“Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр арабыҙҙа һирәгәйгән һайын һуғыш ваҡиғалары тураһында хәҡиҡәт яҡлауһыҙ ҡала бара. Шуға ҡурҡам. Һуғыш тамамланғас, беҙ уны балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ хаҡына яуланыҡ тип иҫәпләнек. Хәҙер ҡарайһың да, фашизмды тулыһынса дөмөктөрмәгәнбеҙ икән тип уйлайым. Ул донъяның әле бер, әле икенсе нөктәһендә тоҡана, йәш кешеләрҙең ғүмерен ҡыя. Эх, кешеләр… күҙегеҙ асылһын өсөн тағы ниндәй бәлә, фажиғә кисерергә кәрәк һуң!?” – тип яҙған билдәле журналист, яҙыусы Галина Осташевская “Шла на фронт девчонка” тигән китабында. Галина Андреевна 15 йәшендә фронтҡа китә. Туғыҙынсы класты тамамлағас та, шәфҡәт туташтары курсында уҡый, сөнки Ватанды дошмандан азат итеүгә үҙ өлөшөн дә индерергә теләй. Төньяҡ Кавказ, Кубань, Новороссийск, Ҡырым өсөн барған аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнаша, Европанан Берлинғаса барып етә. Маршал Коневтан Рәхмәт хаты ала, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән легендар ветеран Галина Осташевская ауыр хәлгә тарыған тигән хәбәр килде.

Ире вафат булғас, уға тормош көтөүе тамам ауырлаша һәм, оҙаҡ уйлағандан һуң, ветеран йорт эштәрендә ярҙам итеү өсөн бер ҡатынды яллай. Тәүҙә мәкерле ярҙамсы хужабикәнең ышанысына инә. Һуңынан төрлө сәбәп табып, Галина Андреевнанан бурысҡа аҡса һорай башлай. Йәнәһе, балам ауырып китте, фатирға бурыс йыйылған һәм башҡаһы. Йәмғеһе ул ветерандан 1 миллион 220 мең һум аҡса алған һәм бер тинен дә ҡайтармаған. Шуныһы: ауыр хәлгә тарыған ҡатынға ярҙам итеү өсөн Галина Андреевна күрше-күлән, таныш-тоношонан да бурысҡа аҡса алып торған! Әлбиттә, теге ҡатын распискалар яҙған, аҡсаны тиҙ арала ҡайтарырға һүҙ биргән. Әммә бурыс ҡайтарылмаған. Был хаҡта иҫкәртеп шылтыратҡан Галина Андреевнаға аҡса тураһында оноторға кәңәш итәләр.
Ветеран, яҡшыға өмөтләнеп, былтыр октябрҙә судҡа мөрәжәғәт итә, хәлен белгертеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа хат яҙа. Яуыз ҡатын тиҙ арала бурысын ҡайтарырға тейеш булһа ла, Совет районы судының ҡарары менән риза булмай, Башҡортостан Республикаһының Юғары судына апелляция менән мөрәжәғәт итә. Шуға ла эш әлегә тиклем һуҙыла.
Ҡасандыр Ватанды дошмандан һаҡлау өсөн ғүмерен аямаған ветеранды алдарға маташыусылар үрҙә телгә алынған мәкерле ҡатын ғына түгел икән. Судта Галина Осташевскаяның мәнфәғәтен яҡларға тейеш адвокат уның 60 мең һум аҡсаһын алып юҡҡа сыҡҡан…
Фронтта бирешмәй, үлем тырнағынан ысҡынып, үҙ-үҙен аямай һуғыш яланынан яралы һалдаттарҙы алып сыҡҡан Галина Андреевнаның тыныс тормошта намыҫһыҙ кешеләрҙән йәберһетелеүе — үтә аяныслы хәл.


Вернуться назад