Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән йыл Башҡортостанда 58 707 сабый тыуған. Был 2011 йыл менән сағыштырғанда 2 757 балаға күберәк.
Бер йыл эсендә республикала сабыйҙар араһында үлем 15 процентҡа артҡан һәм 1 мең балаға 7,7 промилле тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 8,8 промилле. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова әйтеүенсә, бындай күрһәткес Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим иткән критерийға күсеү менән бәйле.
Әсәләр араһында үлем кимәле 2006 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа кәмегән. Былтыр бала табыуға ярҙам күрһәтеүгә һәм балалыҡ хеҙмәтенә 4 миллиард һум, шул иҫәптән учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға 1,9 миллиард һум аҡса бүленгән. Әле Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында бала табыу бүлексәһе, Республика балалар клиник дауаханаһында диагностика корпусы, неонаталь үҙәк, Дыуан районында, Октябрьский ҡалаһында перинаталь үҙәктәр төҙөү тамамланып килә. Диспансерлаштырыуға ярашлы, 840 мең самаһы бала, 58 меңдән ашыу йөклө ҡатын тикшерелгән. Шифаханаларҙа 42 мең бала һауыҡтырыу курсы үткән.