Хеҙмәт пенсияһына өҫтәмә30.01.2013
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хәбәр итеүенсә, 1 февралдән хеҙмәт пенсияһының бөтә төр күләме 6,6 процентҡа арта.

Артыу суммаһы, пенсия күләменә бәйле, һәр пенсионер өсөн төрлөсә буласаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың хеҙмәт пенсияһы ғына арттырыла.
Һөҙөмтәлә пенсияға өҫтәмәне 992 мең кеше аласаҡ. Дәүләт пенсия тәьмин итеүе буйынса пенсия менән бер рәттән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алған хәрби пенсионерҙарға ла ҡағыла был яңылыҡ. Шулай итеп, Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 9 450, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 9 800 һум тәшкил итәсәк.
Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, пенсиялар түләүгә өҫтәмә рәүештә айына 600 миллион һум талап ителә. 1 февралдән хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡлыларҙың бөтәһе лә яңы күләмдә аҡса аласаҡ, түләүҙә бер ниндәй ҙә өҙөклөк булмаясаҡ.


Вернуться назад