Иғтибар арта30.01.2013
Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев етәкселегендәге беренсе зона кәңәшмәһе үтте. Семинарҙа агросәнәғәт комплексының 2012 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды, сауҙа, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу тармаҡтарының өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһының үтәлеше лә тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эш сәфәрен “Таналыҡ” ауыл хужалығы кооперативы менән танышыуҙан башланы. Эрнст Исаев менән ауыл хужалығы министры Николай Коваленко хужалыҡта мал ҡышлатыу барышы менән танышты, яһалма ҡасырыу пунктында, 200 баш һауын һыйыр аҫралған базала, малсылар йортонда булды.
Артабан “Башҡорт деликатестары” ит комбинатына юлландылар. Был яңы предприятие йыл ярым эсендә сифатлы сеймал базаһы булдырыуға өлгәшкән, һатыу баҙарында үҙ урынын тапҡан. Үткән йылдан алып бөгөнгәсә барлығы 30 миллион һумлыҡ инвестиция һалынған. Әле предприятие 109 төр продукция сығара, шуның 15 төрө йылҡы итенән етештерелә. Яҡын арала колбаса ризыҡтарын айына 100 – 120 тонна, ә ярымфабрикаттарҙы 60 тоннаға еткерергә уйлайҙар.
“Урал аръяғы” МТС-ында етәкселәр яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек менән ҡыҙыҡһынды. Бында ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау яҡшы ойошторолған, орлоҡ етерлек тупланған.
Практик өлөштән һуң семинар-кәңәшмә район хакимиәтендә дауам итте. Министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, көньяҡ-көнсығыш райондарының хакимиәт башлыҡтары агросәнәғәт комплексы, экология, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү, техниканың торошо, ҡотороу сирен һәм сусҡаларҙың африка тағунын иҫкәртеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, быйыл сәсеү майҙандарын айырым зоналарға ҡарап оптималләштереү, сорт яңыртыу, элиталы орлоҡ һатып алыу, ҡоролоҡҡа ярашлы культураларҙы әйләнешкә индереү, агротехнологияны күҙәтеү, һөт һәм ит малсылығын, һарыҡсылыҡты һәм йылҡысылыҡты үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла. Быйыл да баҫыу эштәрен үткәреүҙә республика Хөкүмәте ярҙам итәсәк. “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Ауылды социаль үҫтереү”, “500 ферма” программаларын уңышлы тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығы тармағында эшләгән белгестәргә дәүләт ярҙамы һаҡлана.
Һуңынан 2011—2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһының үтәлеше тикшерелде.