“Браконьер-2013” операцияһы дауам итә29.01.2013
Уҙған ял көндәрендә республикала ҡырағай йәнлектәргә законһыҙ һунар итеү осраҡтары теркәлгән.
Йәкшәмбе Красный Холм — Нефтекама автомобиль юлында юл-патруль хеҙмәте инспекторының иғтибарын автомобиль тағылмаһындағы ҡаргиҙәр йәлеп итә. Өҫтәүенә, машина хужаһы багажнигын асыуҙан баш тарта. Автомобиль Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡалтасы район бүлегенә килтерелә. Уның багажнигына мышы түшкәһе тейәлгән була.
Полиция бүлеге начальнигы Илдар Абдуллиндың фекеренсә, браконьерҙар ҡаргиҙәр менән Борай районында законһыҙ һунар иткән. Асыҡланыуынса, унда өс мышыны атҡандар, иттең бер өлөшөн машинаға тейәгәндәр, ҡалғанын ҡарға күмгәндәр. Тәртип боҙоусыларҙа 120 килограмм ит, ике һунар мылтығы, 52 патрон, 4 бысаҡ табылған. Браконьерҙарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, улар ғәйебен таныған. Енәйәтселәр штраф түләйәсәк, уның күләме 420 мең һум самаһы тәшкил итә.
Көслө ҡар яуыуы хайуандар донъяһы өсөн ауыр һынау булһа, браконьерҙарға бындай һауа шарттары бик тә отошло. Мәҫәлән, Балаҡатай районында енәйәтселәр ҡоралай эҙенә төшә. Зыянһыҙ йән эйәһе ҡасып ҡотола алмай. Өс ир, әйткәндәй, янғын һүндереүселәр, түшкәне тейәп, эҙ яҙлыҡтырмаҡ була. Әммә юлда Силәбе өлкәһенең һунарсылыҡ белгестәренә эләгә. Енәйәтселәр ҡулға алына. Тикшереү барышында уларҙа законһыҙ ауланған ҡоралай ите, ике һунар мылтығы һәм патрондар табыла.
Браконьерҙар менән тәбиғәт һаҡлаусылар араһында көрәш туҡтамай. “Браконьер” операцияһы йомғаҡтары буйынса былтыр һунар ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 186 осрағы теркәлде, 395 мылтыҡ, шул иҫәптән теркәлмәгән 192 ҡорал тартып алынды, 65 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был сара быйыл да дауам итә.