Битараф булмаһағыҙ, шылтыратығыҙ!29.01.2013
Тыуған еребеҙҙең, тирә-яҡ тәбиғәттең яҙмышына бер кем дә битараф түгелдер. Тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, йылға-күлдәребеҙҙе мул һыулы, саф итеп тотоу, урман-туғайҙарыбыҙҙы сүптән таҙартыу һымаҡ оло һәм изге бурыс иңгә һалынған. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә беҙҙән ни ҡалыр? Һорауҙар, һорауҙар...

Уларҙың күптәренә яуапты “Башҡортостан” гәзите Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап ойошторған “тура бәйләнеш” аша алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Рим улы Һаҙыев һеҙҙең һорауҙарығыҙҙы, үтенестәрегеҙҙе буш ҡалдырмаҫ, сетерекле мәсьәләләр буйынса ла ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
“Тура бәйләнеш” иртәгә иртәнге 11-ҙән 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем барасаҡ. Һорауҙарығыҙҙы алдан 272-42-83 телефоны йәки e-mail: [email protected] электрон адресы буйынса ебәрә алаһығыҙ. Бәйләнеш ваҡытында иһә 272-05-43, 272-75-30 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Вернуться назад