Ата-әсә ыҙғышы балала сағылмаһын29.01.2013
Республика клиник психотерапия үҙәгендә Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова ҡатнашлығында аяуһыҙ мөғәмәлә итеүҙән зыян күргән балаларҙы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды. Унда Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Юғары суд, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Былтыр октябрҙә асылған был үҙәк – неврология сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү буйынса республикалағы берҙән-бер учреждение. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре әлегә бындай мөмкинлек менән маҡтана алмай: ошондай уҡ ойошма Чита һәм Новосибирск өлкәләрендә генә бар.
Учреждениеның әһәмиәтен баһалау өсөн ҡайһы бер мәғлүмәттәргә күҙ һалыу ҙа етә. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 80 йылда планетала төрлө невроздан, депрессиянан яфаланыусылар һаны 30 тапҡырға артҡан, һәм әле кешелектең 40 проценты ошо заман сирҙәренә дусар. Ә тәрән төшөнкөлөктөң кешене иң ҡурҡыныс аҙымға – үҙ-үҙенә ҡул һалыуға – тиклем алып барып еткереүе ихтимал… Әйткәндәй, был йәһәттән Рәсәй донъяла икенсе урынды биләй, ә балалар суициды буйынса – беренсе.
Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ: әгәр ололар проблемаларға бирешә икән, балалар тормоштағы ауыр хәлдәрҙе нисек кисерергә тейеш? Кәңәшмәлә психотерапия үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Илгиз Тимербулатов ошо мәсьәләгә айырым туҡтап үтте:
– Бала ата-әсәһенең үҙ-ара насар мөнәсәбәтенән дә сирләүе ихтимал, сөнки ғаилә фажиғәһен эстән кисерә, әммә хис-тойғоһон аныҡ итеп аңлата белмәй. Күпселек осраҡта был кисерештәр башҡа төрлө ауырыу булып сағыла. Ата-әсә балаһын әүҙем дауалай башлай, табиптан табипҡа саба… Ваҡытында күрһәтелгән психолог, психотерапевт ярҙамы ғына үҫмерҙең һаулығын, күңел тыныслығын һаҡларға ярҙам итә.
Был йәһәттән үҙәктә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Юғары квалификациялы белгестәр ауыр тормош хәленә тарыған, яҡындарын юғалтҡан, төрлө һынауға дусар булған ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Психотерапевт, психолог проблеманы хәл итеү юлын тәүге сиратта тыңлау һәм аңлау аша эҙләһә, урынлы кәңәш бирһә, заманса ысулдар (массаж, һөлөк менән дауалау, рефлекс терапияһы, гипнотарий) кешенең күңел һаулығын нығытыуға, кәйефен күтәреүгә булышлыҡ итә.
Әйткәндәй...
Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы эргәһендә урынлашҡан Республика клиник психотерапия үҙәгенә Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше мөрәжәғәт итә ала, ярҙам — бушлай.


Вернуться назад