Фән ағайҙың тормош фәне29.01.2013
Фән ағайҙың тормош фәне(Очерк)

Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡарлыман ауылының киң билдәле кешеләре мин яҙасаҡ геройҙар. Ауылдаштары уларҙы уҙамандар тип атай. Ваҡиғаларға бай, ҡатмарлы тормош юлы үткән, яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн күп татыған, хеҙмәттә ҙур уңыштар ҡаҙанған Исхаҡовтар – тотош район халҡына өлгө шәхестәр.

Исемдәре Ҡарлыман

Ҡарлыман — Ҡырмыҫҡалы яҡтарында киң таралған исем. Ҡарлыман ауылы. "Ҡарлыман" станцияһы. Ҡарлыман шәкәр заводы. Ҡарлыман һөт-консерва комбинаты. Ҡарлыман спирт заводы. Ҡарлыман элеваторы. ...Ҡарлыман йылғаһы. Ҡарлыманбаш ауылының төньяҡ осонан баш алған был йылға, Сағыл һәм Ташэнкер ҡушылдыҡтарын үҙ эсенә алып, райондың көньяғын буйынан-буйына үтеп, Ағиҙелгә барып ҡоя. Заманында ул саф, тәрән генә йылға ине. Ағымында өс һыу тирмәне эшләне: өҫкө тирмән (халыҡ телендә — Ноғәмән тирмәне), урта тирмән (Сәргәй тирмәне) түбәнге тирмән (Йәгүр тирмәне). Был тирмәндәрҙе, ҡоролмаларҙы кешеләр бөгөн дә хәтерләй. Һәр береһенең үҙ быуаһы булды. Ошо быуалар йылғаны тиҫтәләрсә йыл саф һәм тәрән һыулы итеп һаҡлай. Яҙ һайын тирә-яҡ ауыл халҡы, өмә яһап, быуаларҙы яңыртыуҙа тирмәнселәргә булышты, ярҙам итте. Йылға ярында ултырған Ҡарлыман ауылы халҡына ул айырыуса ҡәҙерле. Ошонда ҡармаҡ һалып, һыу инеп үҫкән балалыҡ йылдарын, үҫмер саҡтарын һәр кем күңелендә йөрөтә, һағынып иҫкә ала. Бөгөн ул һайыҡҡан, буръяҡланған. Бер йылғаға ҡарап ҡына ла донъяның, тәбиғәттең нисек үҙгәреүен аңларға, күрергә мөмкин. Ә кеше күңеле барыбер төңөлмәй. Йылғаға ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен йөҙөргә төшөрә, мал-тыуарын эсерә. Томбараҡ урындарҙа бала-саға һыу керә, марлянан яһалған һөҙгөс менән сырҙый тота.
Фән, Фәнис, Фәнил — ошо ауыл кешеләре. Ҡарлыман йылғаһының мул һыулы ташҡын осоро ла, хәҙерге хәле лә уларҙың күҙ алдында. Ауылдың шаулап-гөрләп торған саҡтарына ла, хәҙерге көрсөк көнөнә лә шаһит улар.
Үҙгәрештәрҙең кире яҡтары самаһыҙ күп күренһә лә, Исхаҡовтар хәҙерге тормошто үтә насар тип баһалау яғында түгел. Ошо йылға буйында тыуып үҫкән күренекле башҡорт яҙыусылары Шәриф Бикҡолдоң, Фәрит Иҫәнғоловтың, Әниф Бикҡолов, Фаат Әминев кеүек журналистарҙың данлы иҫтәлектәре йәшәй был яҡ кешеләре күңелендә. Ауылда мәктәп, мәсет, мәҙәниәт йорто бар, уның аша асфальт юл үткән. Өйҙәргә газ ингән, урамдарҙа һыу колонкалары эшләй. Уҡытыусыларға, институт бөтөп ҡайтҡан белгестәр, йәш ғаиләләр өсөн икешәр фатирлы кирбес йорттар һалынған. Байлыҡ төҫө бөркөлөп тормаһа ла, ҡарлымандар дәүеренә күрә һәүетемсә йәшәп ята бөгөн.

Ер кешеһе

Фән Исхаҡов – ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе, былтыр 80 йәшен тултырҙы. Уның йәшендәгеләр ауылда бөгөн бер нисәү генә. Фән Ғәйнетдин улы — йәше буйынса ғына түгел, халыҡҡа, ауылдаштарына күрһәткән изгелектәре, тәрбиәле, иманлы, ғоманлы кеше булыуы менән дә ауылдың иң абруйлы аҡһаҡалы. Бөгөн Ҡарлыман мәҙәниәтле, заманса тормош көткән ауыл икән, бында Фән Исхаҡовтың да өлөшө бар.
Ауылдаштары өсөн ул — иң тәүҙә уңғанлыҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө. Хеҙмәт юлын тракторсы булып башлай. 15 йыл — “ДТ-74”, 20 — 30 йыл “ДТ-54”, “Беларусь” тракторҙарында эшләй. Ул үҙе былай ти: ”Һикһән йыл ғүмеремдең иң күп өлөшө тракторҙа үтте”. Уның техникаға бәйле хеҙмәт стажы – 45 йыл.
Фән уҙамандың тормошонда сағыу осор – “Беларусь” тракторында йөрөп, кукуруз үҫтергән йылдар. Бер-бер артлы ҡаҙаныштарға өлгәшә: 1973 йылда гектарынан – 580, киләһе йылына 600 центнер уңыш ала. Ошо уңайҙан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике миҙалына (алтын һәм көмөш) лайыҡ була.
Райондың кукуруз үҫтереүсе ике механизаторы Фән Исхаҡов менән Жәүит Мәүлетов Башҡортостанда үткән быуаттың 60-сы йылдарында иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Был хаҡта республика, Мәскәү матбуғатында ла күп яҙҙылар, күп һөйләнеләр. Райондаштар уларға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелеүен көткәйне.
Фән Исхаҡов хеҙмәт йылдарын былай тип иҫкә ала:
— Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ҡул араһына керҙем. Ең һыҙғанып эшләнем. Беҙҙең колхоз төрлө йылдарҙа төрлө исем йөрөттө: “Динамо”, “Сулпан”, “Буденный”, “Хрущев”, “Салауат”. Нисек кенә аталмаһын, һәр саҡ алдынғы булды. “Эшләгәнебеҙ – үҙебеҙгә” тип тырыштыҡ. Ислам Ҡолғонин, Фәрит Сәхибгәрәев, Ғәббәс Рафиҡов атлы рәйестәрҙән уңдыҡ. Бөгөн беҙҙең ауыл халҡы һәм ерҙәребеҙ “Алатау” тигән хужалыҡҡа ҡарай. Бында райондағы иң ҙур малсылыҡ бинаһы төҙөлдө. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған был ферма меңдәрсә баш һыйыр аҫрауға иҫәпләнгән. Уңышлы эшләп китһен тип теләйбеҙ. Ауыл кешеһенә эш урындары асылыр тип өмөт итәбеҙ.
Бала саҡ, үҫмер йылдарын ауырһынып, әсенеп хәтерләй Фән Исхаҡов.
Атаһы Ғәйнетдин – ауылдың беренсе механизаторы “Фордзон”, “Катерпиллер” тракторҙарында эшләй. Әсәһе Өммөгөлсөм “Нати”ҙа һабан һөрә. Тик ғүмерҙәре бик иртә өҙөлә — икеһе лә 33 йәшендә фажиғәле һәләк була.

Хәйерсе тоҡсайы

12 йәшлек Фән алты йәшлек ҡустыһы Фәнис менән үкһеҙ етем ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы осороноң аслыҡ, яланғаслыҡ йылдары. Өйҙө йылытырлыҡ утын, йән аҫрарлыҡ ризыҡ хәстәрләү Фән иңенә төшә. Әсәләренең бер туған ағаһы Хөрмәтулла Аласов менән Зөләйха әбейе уларҙы ҡарауға ала. Генерал Шайморатов дивизияһында батырҙарса һуғышҡан Хөрмәтулла, ҡаты яраланып, ғәрип булып ҡайтҡан. Ике малайҙың өҫтөн-башын, тамағын хәстәрләү уларға, билдәле, ауырға төшә. Шул сәбәпле Фән менән Фәнискә өйҙән-өйгә йөрөп тамаҡ туйҙырырға тура килә. Өйө йылыраҡ кешеләрҙә ҡуна ла ҡалалар. Шулай йөрөгәндә ҡаршы урамдағы бер татар әбейе ошондай кәңәш бирә: “Балаҡайҙар, былай асҡа үләсәкһегеҙ. Һеҙгә хәйер һорашырға өйрәнергә кәрәк. Үҙем тоҡсай тегеп бирәм. Шуны тотоп, хәйер һорашығыҙ. Яҡын-тирәләге урыҫ ауылдарына барырға тырышығыҙ. Уларҙа бәрәңге, һөт-ҡатыҡ, әпәйе, ҡыяр-кәбеҫтә бар. Оят тип уйламағыҙ – хәйер һорашыу электән ҡалған. Һеҙ бит етемдәр. Өҫтәүенә, заманаһы шундай”.
Шул көндән малайҙар, хәйерсе тоҡсайы аҫып, урыҫ ауылдарында йөрөй. Ҡуғанаҡта урыҫтар йәшәй, Березовкала һәм Булгаковта – украиндар. Малайҙар шундай “тактика” һайлай: икәү бергә йөрөргә түгел. Береһе – бер ауылға, икенсеһе икенсеһенә бара. Урыҫтар, украиндар баҡсаһында күп итеп бәрәңге, йәшелсә, көнбағыш, кукуруз, борсаҡ, ҡыяр-кәбеҫтә үҫтерә. Ҡарлыман башҡорттары уларға көрәк менән ер ҡаҙып бәрәңге ултыртыша, уңыш йыйыша, уташа, утын, бесән әҙерләшә. Барыһы ла тамаҡ хаҡына. "Ят милләт тип ситләтмәнеләр, эшкә уңған, кеше хәлен аңлай торған киң күңелле, йомарт ине улар. Булған әйберҙәрен йәлләмәйҙәр. Яҙын баҡсаһын ҡаҙып серек бәрәңге йыйҙыҡ, көҙөн уңыш сығарышып, өлөш алдыҡ. Ысынын әйткәндә, был ауылдар беҙ икәүҙе генә түгел, башҡа ауылдаштарҙы ла аслыҡ тырнағынан ҡотҡарышты. Рәхмәт уларға. Бөгөн был яҡ кешеләре үҙҙәре аяныслы хәлдә. Кешеләр эш эҙләп ситкә сығып китә. Бына бер ауыл бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ә беҙ уларҙы тик яҡшы яҡтан, һағынып иҫкә алабыҙ”, – ти Фән ағай.
Етем малайҙың, тормошҡа теше-тырнағы менән йәбешеп, йәшәүгә көс, түҙемлек табыуы ғәжәп итерлек. Үҙен дә, Фәнис туғанын да асҡа үлтермәҫ өсөн Фән йәнтәслим тырыша. Бер саҡ Красноусолға барып (100 саҡрым самаһы ара!), тоҙ күтәреп ҡайта, уны бәрәңгегә, онға, игенгә алыштыра. Фәндең тағы бер йүнселлеген ғәжәп итерлек: ул атай-әсәйҙән ҡалған һыйырҙы үлтермәйенсә һаҡлап алып ҡала. Шуның һөтөн һауып эсеп, ауырымайынса, тере ҡала улар. 15 — 20 саҡрымдағы Малай ауылына барып, нәҫел тейешле Рәбиға апайҙа йәшәп торғанда, һыйырҙы үҙҙәре менән эйәртеп алып баралар. Һөтөн һауып эсер өсөн, йәшәү сығанағы булған малҡайҙарҙы ла, үҙҙәрен дә һаҡлап алып ҡалыр өсөн кәрәк булған инде был.
1949 йылда 14 йәшлек Фән Силәбе ҡалаһындағы ФЗО-ға (фабрично-заводское обучение) эләгә. Унда ярты йыл уҡып, балта оҫтаһы һөнәрен ала. Ҡалала эшкә ҡалырға теләмәй, ҡасып ҡайта. Ҡарлыманда 1950 йылда әлеге туғандары Хөрмәтулла менән Зөләйха кәләш алып бирә. Кәләше Рухана – 17 йәшлек күрше ҡыҙы. Ҡырмыҫҡалы ауыл Советына яҙылырға “Значок” ҡушаматлы атты егеп барғандарын һәр саҡ мәрәкә итеп иҫкә ала Фән менән Рухана. Йүнле кейем булмағас, кейәү егет ауылдашы һәм йәштәше Рәүеф Исхаҡовтың әйберен һорап тора. Рәүеф тә ФЗО-нан яңы ғына ҡайтҡан, өҫтәүенә, өр-яңы ҡараһыу зәңгәр уҡыу формаһы, аяғына кирза итек кейгән.
1951 йылда үҫмерҙе армияға алалар. Красноярскиҙа хеҙмәт итә. “Һалдатка” булып ҡалған Рухана бөгөн былай тип һөйләй: “Фән менән бала саҡтан күрше булып үҫтек. Етем малай миңә бик йәл ине. Әллә шуға инде, йәп-йәш көйөнсә тоттом да уға кейәүгә сыҡтым. Аллаға шөкөр, татыу йәшәнек, тигеҙ ғүмер иттек, бер-беребеҙгә ихтирамлы булдыҡ. Балалар үҫтерҙек. Үҙ донъябыҙҙы ҡорҙоҡ. 2011 йылда беҙҙең ғаилә ҡороуға 60 йыл тулды”.
Әйтергә кәрәк: был ваҡиға Фән менән Рухана, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, тотош ауыл, район өсөн иҫтәлекле ваҡиға булараҡ билдәләнде.
17 йәштән кейәүгә сығып, армиялағы һалдатты биш йыл буйы көтөп алған Рухана менән үкһеҙ етем үҫкән Фәндең бик үҙенсәлекле башланып киткән ғаилә тормошо — үҙе бер фәһемле тарих, ауылдаштарына тәрбиә һабағы. Фән йыл әйләнәһенә трактор кабинаһынан төшмәй, ә Рухана яҙҙан көҙгәсә сөгөлдөр баҫыуында, ҡыш буйы келәттә иген таҙарта. Шул арала биш бала үҫтерәләр. Уларҙың бөтәһе лә уҡып, заманса белем алған. Әлфиә — Салауат педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын, Фәрзәнә — Йоматау ауыл хужалығы техникумын, Фәнил – Мәскәү автомобиль-юл институтын, Илдар Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Һәр ҡайһыһы үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй, ғаилә ҡорған, балалар үҫтерә.

Һаҡалың аҡ, һүҙең хаҡ

Оҙаҡ йәшәп, күпте күргән Фән Ғәйнетдин улы — ауылдың, райондың абруйлы, ихтирамлы кешеһе. Былар, алда әйтелгәнсә, оҙайлы тынғыһыҙ хеҙмәт, шәхси донъяңды алып барыу рәүеше, татыу ғаилә булып йәшәү, күмәк бала тәрбиәләү, ауылдаштар менән аралашыу аша килгән. Шуларҙың бөтәһенә Фән ағайға хас бик үҙенсәлекле сифаттарҙы өҫтәргә кәрәк. Күңел донъяһы, рухи донъя байлығы тураһында һүҙем. Бөгөн ул — “тере хәтер”. Ауыл тарихына бәйле күпме иҫтәлекле ваҡиғаларҙы һаҡлай ул күңелендә. Бына Ҡарлыман ауылындағы тәүге колхоздың (“Динамо” исемле) беренсе рәйесе Ислам Ҡолғонин “тарихы”. Үҙенең легендар Багран исемле нәҫел айғырында һыбай елдереп, суҡмар менән бүре һуға ул. Оҙаҡ йылдар етәксе эштәрҙә йөрөгән ошо ауылдашы Фәндә 14 йәшендә механизатор булыу дәртен уята. Уны тәүҙә һабан һөрөүсе итеп эшкә ҡуша, аҙаҡтан Ҡырмыҫҡалыға тракторсылар курсына уҡырға ебәрә. Ирҙәрсә матур, мөһабәт кәүҙәле был кеше хаҡында Фән Исхаҡов күңел түрендә әле лә матур хәтирәләр һаҡлай, шуны ауылдаштарына, мәктәп уҡыусыларына еткереүҙе йөрәк ҡушыуы тип һанай.
Күренекле шағир Шәриф Бикҡол менән бер урамда йәшәүен, уның һуғыштан ҡайтҡан сағын, аҡһап атлап йөрөүен күреп ҡалыуын ғорурланып, кисерештәр аша һөйләй. Ауылда Шәриф Бикҡолға музей һалғанда ла ең һыҙғанып ярҙамлаша ул. Ҡарлыманда мәҙәниәт йорто төҙөлөшөнән, мәсет һалыуҙан да ситтә ҡалмай. Бөгөн ул мәрхүмдәрҙең йыназаһында, төрлө йыйылыш-байрам сараларында теләп ҡатнаша, мәсеткә йома намаҙына йөрөй.
Фән уҙаман – эш кешеһе генә түгел, рухлы ла. Матурлыҡты, сафлыҡты яратыуы уның ихатаһынан уҡ күренә. Һап-һары итеп йышып, ҡарағай бүрәнәнән һалынған ҙур өйө тирә-яҡҡа балҡып ултыра. Был йортто күтәреүҙең ҡыҙыҡлы тарихы бар. Уны Рухана апай былай тип һөйләй:
— Берҙән-бер көн Фән миңә хәбәр һалды: “Ҡарсыҡ, мин яңы йорт һалырға булдым”. Мин әйттем: “Һиңә хәҙер 60 йәш. Шул йәштә яңы йорт нимәгә кәрәк?!” Ә ир кеше барыбер үҙенекен итте. “60 йәштән һуң да йәшәйһе бар бит”, – тине. Йыраҡтан, урман яғынан бура ҡайтартты. Өмә яһап, уны күтәреп ҡуйҙылар. Бер йәй эсендә өйҙөң эшен бөтөрөп керҙек. 1990 йылда булды был хәл. Хәҙер Фән миңә әйтә: “Рухана, бына өс тиҫтә йылға яҡын һарай һымаҡ йортта ғүмер итәбеҙ. Һин: “60-та яңы йорт нимәгә кәрәк?” — тигәйнең. 60-тан һуң да ғүмер бар икән шул. Ошо саҡлы йортто аяҡҡа баҫтырыу үҙҙәренең генә ҡулынан килмәҫ тә ине, әлбиттә, ҡустыһы Фәнис ярҙам иткән. Туғандарҙың бер төптән йәшәүе шул булалыр, моғайын.
Шуны ла әйтәйем: бер урамда өлкән улы Флүрҙең өйө лә урынлашҡан. Ул – баш бала. 35 йыл Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә мастер булған. Әле хаҡлы ялда. Атаһы яңы йорт һалып сыҡҡас, иҫкеһен һипләп яңыртҡан. Бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ булып, балалар ҡарашып, бергәләп эш-көш башҡарып, татыу йәшәй ике ғаилә.

Еңмеш бәндә

Еңмеш холҡо бар инде, бар Фәндең. Тракторҙа эшләгән саҡта ла төптән уйланған, урынлы еңмешлек күрһәтә ул. Ошо йәһәттән ике ваҡиға билдәле.
Б е р е н с е һ е. Райондың һабансылар ярышында ике йыл рәттән икенсе урынды яулай. Шунда үҙенә һүҙ бирә: “Барыбер өсөнсөһөндә беренсегә сығасаҡмын!” Һабансыларҙың өсөнсө ярышында, ысынлап та, иң алға сыға.
И к е н с е в а ҡ и ғ а. Райондың кукуруз үҫтергән тракторсылары араһында 1972 йылда гектарынан 581 центнер уңыш ала. Тик был райондағы иң юғары күрһәткестән саҡ ҡына түбән булып сыға. Был юлы ла, сәмләнеп, барыбер иң юғары уңыш алыуға өлгәшәсәкмен, тип һүҙ бирә үҙенә. 1973 йылда һәр гектарҙан 600 центнер кукуруз йыйып ала. Был район буйынса иң юғары күрһәткес тип табыла. Нәҡ ошо ҡаҙанышы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән баһалана. Мәскәүҙән, Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенән ике миҙал килә уға. Еңмеш холҡо, ныҡышмаллыҡ уны йыш ҡына күңеле ынтылған уңыштарға өлгәштерә.
Хәҙер тағы бер еңмешлеге хаҡында. Һыйыр малы аҫрау ауырлаша башлағас, Фән ағай кәзә һатып алырға ҡарар итә. Рухана быны хупламай. “Кәзә лә булдымы мал, кеше көлдөрөргә итәһеңме?” – тип киҫәтә. Ә Фән, әмәлен табып, берҙән-бер көн йылҡылдап торған ап-аҡ кәзә күтәреп төшөрә автомобиленән. Уны ашатып-эсереүҙе үҙ өҫтөнә ала, үҙе һауа. Көн дә 4-5 литр һөт ала. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһау серен өйрәнә. Хәҙер улар тәмле ҡымыҙ менән һыйлана. Шифалы эсемлек бәләкәй балаларына ла етә. Бына һиңә “кәзә малы!”
Фән Исхаҡов – мәҙәниәтле кеше. Гәзит-журнал алдырып уҡый. Башҡорт яҙыусыларының биографияларын белә, әҫәрҙәрен хәтерләй. Шәриф Бикҡолдоң ижад һәм юбилей байрамдарын, унда ҡатнашҡан яҙыусыларҙың, артистарҙың исемдәрен берәм-берәм иҫкә төшөрә. Ошо ауылдан сыҡҡан Әниф Бикҡолов, Фаат Әминев кеүек күренекле журналистарҙың яҡты донъянан иртәрәк китеүенә әсенә.
Шәриф Бикҡолға ауылда бик күркәм, бай йөкмәткеле музей төҙөлөүенә сикһеҙ ҡыуана һәм ғорурлана, унда йыш була. Шағирҙың ауыл зыяратындағы ҡәберен мәктәп уҡыусыларының тәртиптә тотоуына ҡәнәғәтлек белдерә. Шәриф Бикҡолдоң тормош иптәше Рәйсә апайҙың һәм ҡыҙының ауылға килеп йөрөүен бик яҡшы күренеш тип баһалай.
Ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡтағы Оло Таш мәмерйәһе тураһында ҡарттарҙан бала саҡта ишеткән риүәйәттәрҙе күңелендә йөрөтә, шуларҙы бөгөнгө йәштәргә еткерә. “Шул ҡомартҡыны һаҡлауҙы көсәйтергә кәрәк ине”, — ти ул.
Фән уҙаман туған телгә бик һаҡсыл ҡарашта. Уның менән аралашҡанда сәсәнлеген дә тояһың. Саф башҡортса, мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡыҫтырып һөйләшеүен тыңлау — үҙе бер кинәнес. Сәйәсәттән дә ситтә торған кеше түгел. СССР-ҙың тарҡалыуын, КПСС-тың яҙмышын үткән быуаттағы үкенесле ваҡиғалар тип иҫәпләй. Дингә ҡайтыуыбыҙҙы, мәсеттәрҙең ҡалҡып сығыуын ыңғай күренеш тип баһалай. Был тәңгәлдә уның үҙ ҡарашы бар: “Мәсеттәргә күберәк уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы үҙ милләттәштәребеҙ – башҡорт муллалары — килһен ине. Уларҙың кешеләрҙе ылыҡтырырлыҡ шәхес булыуы ла мөһим”, – ти ул.
Исхаҡовтарҙың заманса мәҙәниәтле булыуы өй эсен, ихатаны нисек тотоуында ла күҙгә ташлана. Ишек алдындағы киң майҙанда йәм-йәшел сиҙәм. Ыҡсым мунса, аласыҡ, аҙбар ҙа тәғәйен ерҙә урынлашҡан. Бер ерҙә сүп-сар күрмәҫһең. Йәшелсә, бәрәңге баҡсаһы төҙөк итеп кәртәләп алынған. Өйгә керһәң, иркенлек. Түбә бейек, тын алыуға һауа күп. Заманса йыһазландырылған ҙур зал. Шкафтарҙа матур һауыт-һаба, китаптар теҙелгән. Кескәй өҫтәлдәрҙә — фотоальбомдар, гәзит-журналдар. Тәҙрә төптәрендә төрлө-төрлө гөлдәр үҫә. Иркен тәҙрәләрҙең өсәүһе — көнсығышҡа, дүртәүһе көньяҡҡа ҡарай. Иртәнән кискә ҡәҙәр ҡояш нурҙары иркәләй һәм йылыта өй эсен. Аш-һыу бүлмәһе үҙенсә ыҡсым, уңайлы.

* * *
Исхаҡовтарҙың йорто осорға әҙерләнгән мөһабәт ҡошто хәтерләтә. Тәҙрәнән тышҡа баҡһаң, ҡаршыла икһеҙ-сикһеҙ донъя асыла. Ҡояш сығышында Ослоҡай тауы күкрәк киреп баҫҡан, көньяҡта киң баҫыуҙар ята. Өй эргәһенән асфальт юл һуҙыла. Ауырғазы яғынан — Ҡырмыҫҡалыға, Ҡырмыҫҡалынан Бәпес, Ҡарбаш, Абдулла, Алайғыр ауылдарына, Ауырғазы тарафтарына еңел автомобилдәр, йөк машиналары елдерә. Хатта шаҡмаҡ төшөрөлгән таксиҙар йылт-йылт итеп күренеп ҡала.
Тирә-яҡта тормош ҡайнай. Ауылдың Аҡкүл осона ҡарай һуҙылған урамынан балалар мәктәпкә килә, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ эшкә йүнәлә. Йәйе юҡ, ҡышы юҡ, ямғыры юҡ, бураны юҡ – хәрәкәт туҡталмай. Тормош ағышы Исхаҡовтар ғаиләһенә лә яңылыҡтар өҫтәп тора. 2012 йылда Фән Ғәйнетдин улына, 80 йәше уңайынан, хеҙмәттәге ҡаҙаныштарын, йәмәғәт эшмәкәрлеген баһалап, “Райондың маҡтаулы гражданы” тигән баһалы исем бирҙеләр.
Инде күп нәмәгә өлгәшелгән, ғүмер ебе һүтелгән дә һымаҡ. Шулай ҙа Фән уҙамандың бер үкенесе бар. “Йәш сағым булһа, бөгөн мотлаҡ фермерлыҡҡа тотонор – йә иген игер, йә мал үрсетер, йә машина-маҙар ремонтлау сервисы асыр инем”, — ти ул. Кешеләргә былай тип өндәшә: “Ауылдаштар, йәштәр! Үҙ эшегеҙҙе асығыҙ, эш юҡҡа һылтанып ятмағыҙ. Заман быға бөтөн мөмкинлектәрҙе бирә. Бөгөн — йүнселдәр дәүере. Мул тормошта йәшәрһегеҙ. Илгә лә файҙа булыр. Тик ятмағыҙ: кәсеп итегеҙ! Шуны онотмағыҙ: кеше эштән үлмәй, эшһеҙлектән йонсой".
Әйткәндәрең аҡ һәм хаҡ, Фән уҙаман! Һүҙеңде, һис шикһеҙ, ишетер ауылдаштарың һәм райондаштарың.


Вернуться назад