Милләтте ҡурсалайҙар29.01.2013
Милләтте ҡурсалайҙар«Республикабыҙҙың төп милли баҫмаларының береһе «Башҡортостан»ды башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары мотлаҡ алдырырға тейеш. Беҙ дәррәү яҙыласаҡбыҙ», — тигәйне Сибай ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы Айһылыу Моталлапова. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ тигәндәй, улар гәзитебеҙгә тоғролоғон һаҡланы.

Ватанға, милләткә һөйөү тәрбиәләүсе, балаларҙың күңелендә осҡон ҡабындырыусы, рух уятыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының хеҙмәте айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ. Тап улар ярҙамында балалар туған телебеҙҙең матурлығын тоя, халҡыбыҙҙың бай тарихи мираҫы менән таныша, башҡортомдоң үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген белә. Шуға күрә уларҙы рух һаҡсылары, телебеҙҙе яҡлаусылар, милләтебеҙҙе ҡурсалаусылар тиһәк, һис яңылыш булмаҫ. Милли матбуғатыбыҙҙы алдырыуҙа, таратыуҙа иң ҙур ярҙамсыларыбыҙ һәм тоғро дуҫтарыбыҙ – тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары.
Сибай ҡалаһында тәжрибәле мөғәллимдәр эшләй. Яҙғандарға ҡеүәт өҫтәп, уларҙың йыл һайын “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында призлы урын яулауын, уҡыусыларының республика олимпиадаларында, инша яҙыу, тасуири уҡыу, “Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурстарында гел алдынғылыҡты бирмәүен атап үтеү ҙә етә. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа Сибай ҡалаһы беренсе урынға сыҡты. Ҡала мәктәптәрендә Хазина Хәмитова, Гөлнәзирә Игелекова, Вәсилә Хәмитова, Фирүзә Алсынбаева уҡыусыларға төплө белем биреүҙәре генә түгел, һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәре яғынан да айырылып торалар. Заманса технологияларҙы ҡулланыу, яңы стандарттарға ярашлы дәрес үткәреү менән бер рәттән, улар төрлө конкурста әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының туған һәм башҡа телдәр кафедраһы ойошторған “Заманса дәрес” конкурсында ҡаланың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Илүзә Насирова беренсе урынды яуланы. Мәғариф министрлығы менән “Остаз” журналы редакцияһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының тормош юлын, ижадын сағылдырған мультимедиа сараларын файҙаланыу буйынса үткәргән республика конкурсында беренсе урынға – Рәсимә Ҡәйепова (Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), икенсе урынға гимназиянан Рүзидә Үтәшева лайыҡ булды.
Дәрестәрендә генә түгел, ғөмүмән, тормошта ла һәр саҡ ярҙамға килеп, эштәрендә оло таянысҡа һәм кәңәшсегә әүерелгән “Башҡортостан” гәзитенә тоғролоҡ һаҡлай ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Күптән түгел сибайҙар йәнә оло еңеү яуланы: урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр конкурсында Евгения Гаринова (“Ирәндек” лицейы, XI класс, уҡытыусыһы – Г. Игелекова) менән Гүзәл Солтанова (интернат- гимназия, XI класс, уҡытыусыһы – Ә.Кәримова) беренсе урынға сыҡты.


Вернуться назад