Ниһайәт, әсәйҙәр эшкә сыға!26.01.2013
Балалар баҡсаһында урын етешмәүе, әсәләрҙең декрет ялынан һуң сабыйын ҡайҙа урынлаштырырға белмәй яфаланыуы хаҡында күп һөйләнек, күп яҙҙыҡ. Был ҡырҡыу мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә лә өйрәнелде, мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.

Ниһайәт, балалар баҡсаһына сират 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарҙы. Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, былтыр республикала 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Йәнә элек үҙгәртеп ҡоролған һәм яңынан ҡайтарып алынған биналарҙа 33 балалар баҡсаһы асылған.
Шулай итеп, бер йыл эсендә 7299 урынға иҫәпләнгән 58 өр-яңы учреждение ишектәрен асты. Өҫтәүенә, мәктәпкәсә йәштәге белем биреүҙең альтернатив формалары иҫәбенә 9706 урын булдырылды. “2016 йылдың башына балалар баҡсаһына сират булмаясаҡ”, тип вәғәҙә бирә етәкселәр.
Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда төҙөлөш һәм реконструкция иҫәбенә 36 балалар баҡсаһы асылғайны, ә 2010 йылда алты яңы баҡса төҙөлдө һәм 14-е башҡа ойошмаларҙан ҡайтарылып, үҙгәртеп ҡоролдо.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад